Йәмғиәт
22 Август 2022, 09:30

Бәләкәй Ырғыҙлы ауылы ҙур бүләк алды

Өс сәғәттән ашыу Рөстәм Ғиззәтуллин һәм башҡа музыканттар халыҡҡа концерт та ҡуя.

Бәләкәй Ырғыҙлы ауылы ҙур бүләк алдыБәләкәй Ырғыҙлы ауылы ҙур бүләк алды
Бәләкәй Ырғыҙлы ауылы ҙур бүләк алды

“Атайсал” проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне. Йәнтөйәктәре яҙмышына битараф булмаған илһөйәр рухлылар изге эште дәррәү күтәреп алып, тыуған ерҙәре үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тыуған районында бик матур миссия менән булып киткән.

Ул “Атайсал – кесе Ватан” проекты сиктәрендә үҙенең тыуған ауылы Ырғыҙлыға видеоҡоролма бүләк итә. Уға йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин шул көндө үк презентация эшләй. “Башҡортостан” киностудияһының йәнһүрәттәрен дә күрһәтәләр.

“Клубҡа балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәл уйындары бүләк иттек. Өс сәғәттән ашыу беҙҙең музыканттар Ырғыҙлы ауылы халҡына open-air концерт ҡуйҙылар. Түбәнге Ағиҙел урмансылығына - янғынға ҡаршы ранецтар, Ырғыҙлыға барышлай, Ғәҙелгәрәй ауылына һуғылып, ундағы самауыр байрамында булдыҡ һәм ауыл клубына ике мандолина тапшырҙыҡ.

Ярҙамдары өсөн Урал Килсенбаев менән Ғәзиз Манаповҡа рәхмәт. “Атайсал-2023”-тә осрашҡанға тиклем!” - тип яҙған министр үҙенең сәхифәһендә.

Фотолар: “Таң” гәзитенән.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас