Йәмғиәт
22 Август 2022, 07:10

“Дәүләт флагы көнө менән!”

Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы.

“Дәүләт флагы көнө менән!”“Дәүләт флагы көнө менән!”
“Дәүләт флагы көнө менән!”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәй флагы көнө менән ҡотланы.

“Дуҫтар! Бөгөн – тарихи хәтеребеҙҙе, үткәндәрҙе, бөгөнгөнө һәм киләсәкте берләштергән данлы йолаларыбыҙҙың күсәгилешлелеге символы булған Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө!

Аҡ, күк, ҡыҙыл төҫтәрҙән торған флаг  аҫтында илебеҙ, бөтә һынауҙарға һәм ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, 300 йылдан ашыу алға бара. Әлеге триколорҙы ике тапҡыр – ХIХ быуат уртаһында һәм совет осоронда – башҡа төҫтәр алмаштырған, әммә ул халыҡ хәтерендә һаҡланып, һәр саҡ үҙенең законлы урынына әйләнеп ҡайтты. Унда Рәсәй тарихындағы мөһим дәүерҙәр – иҡтисади осоштар, фән һәм техника ҡаҙаныштары, хәрби уңыштар, спорт еңеүҙәре сағыла. Ҡыҙыл төҫө Еңеү байрағының бер өлөшөн дә һаҡлай. Илебеҙ ошо байраҡ аҫтында үҙенең азатлығын һәм йәшәүгә хоҡуғын һаҡлап ҡалғайны. Һәм бөгөн флаг ватансылыҡтың үҫеше, илдең берҙәмлеге символын тәшкил итә. Ошо нигеҙҙә Ҡораллы Көстәребеҙ һәр ҡайһыбыҙҙың именлеген, суверенлы үҫешкә һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға хоҡуғыбыҙҙы яҡлай.

Барығыҙҙы ла Дәүләт флагы көнө менән ҡотлайым! Ғаиләләрегеҙгә именлек һәм Тыуған ил хаҡына ижади эш теләйем!” – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: vk.com/wall555400080_1386

Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_1386

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас