Йәмғиәт
22 Август 2022, 03:45

Фидан Ғафаровты полиция бригадаһы ҡотҡарған

Элекке көн Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур концерт үткәйне. Унда яратҡан йырсыларыбыҙ Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Искәндәр Ғәзизов, Гөлназ Асаева һәм башҡалар ҡатнашты...

Фидан Ғафаровты полиция бригадаһы ҡотҡарғанФидан Ғафаровты полиция бригадаһы ҡотҡарған
Фидан Ғафаровты полиция бригадаһы ҡотҡарған

Шәмбе көндө Стәрлетамаҡ ҡалаһында дүртенсе тапҡыр башҡорт һәм татар эстрадаһының "Беҙ бергә" тигән фестивале үтте. Юрий Гагарин исемендәге паркта бик күп билдәле артистар сығыш яһаны. Шул иҫәптән Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров та.

Яратҡан йырсыһы сығыш яһағандан һуң, тамашасы уны ебәрергә теләмәй. Кемдер автограф алырға теләй, икенселәр - бергәләп фотоға төшөргә. Әммә халыҡ шул тиклем күп, ә артисҡа ял итергә ваҡыт.

Фидан Сафа улы сәскә гөлләмәләрен ҡосаҡлаған килеш бер килке кешеләр ҡамауында ҡала бирә. Ярай әле шул ваҡытта полицейскийҙар төркөмө килеп етеп, уға ярҙам итә. Артисты ҡулсаға алып, халыҡ араһынан алып сығалар, оҙатып ҡуялар.

Әлбиттә, кемдер уның менән фотоға төшөп өлгөргәненә ҡыуана, өлгөрмәгәне алыҫтан селфи булһа ла эшләп ҡала. Кемдер өлөшһөҙ ҡалып, күңелһеҙләнә...

Был туралағы видеояҙманы ҡарап, ике төрлө уй тыуа. Бер яҡтан, Фидан Ғафаров йылдар буйына популярлығын юғалтмай, уға булған халыҡ һөйөүе көслө, шуға кешеләрҙең теләге лә аңлашыла. Икенсе яҡтан, өлкән йәштәге артист сәғәттәр буйы автограф таратып баҫып тора алмай, быны ла ихтирам итергә кәрәк. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото bash.news

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас