

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов Айсыуаҡ ауылында ғүмер иткән Надежда Шилепинаны 100 йәше тулыу айҡанлы ҡотлаған. Юлай Талха улы был турала “Бәйләнештә” төркөмөндә яҙған.
Надежда Васильевна тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә үҙ иңендә кисергән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һал ағыҙған, ваба һәм тиф менән ауырып, саҡ үлемдән ҡалған, бөтә балаларын да ер ҡуйынына һалыу ҡайғыһын кисергән.
– Ермолаевка ауылында йәшәнек, – тип һөйләй бөгөн ейәненең ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер йомғағын һүткән Надежда Шилепина. – Калинин исемендәге колхозда тир түктем, унан һуң мәктәпкә техничка итеп алдылар. Ниндәй эш ҡушһалар ҙа, еренә еткереп башҡарҙым.
Надежда Шилепина әйтеүенсә, оҙон ғүмерле булыуҙың сере ябай – һәр ваҡыт хәрәкәт итеү.
Фото: “Бәйләнештә” төркөмөнән.