

Беларусь Республикаһының Брест ҡалаһында янғын-ҡотҡарыу спорт төрө буйынса 16 августан 21 авгусҡа хәтлем үҫмерҙәр һәм юниорҙар араһында – 11, ә ҡыҙҙар һәм юниорҙар араһында ете донъя чемпионаты үтте. Унда биш илдән командалар ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Таһир Нафиҡов, Максим Луценко, Даяна Нафиҡова ҡатнашты.
Һөҙөмтәләр буйынса Рәсәй командаһы үҫмерҙәр һәм юниорҙар араһында уҙған донъя чемпионатында еңеүсе булған, ә ҡыҙҙар һәм юниорҙар араһындағы бәйгелә икенсе урынға сыҡҡан. Әйткәндәй, Башҡортостантан спортсылары унда ете алтын һәм ике көмөш миҙал алған.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.