

22 августа Башҡортостан Хөкүмәтендә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә республикала халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде.
Андрей Назаров Башҡортостанда кәсепселектең ярайһы киң таралған булыуын һәм уның 17 төр эшмәкәрлек булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был рухи тәжрибәне тапшырыу, шулай уҡ аутентик милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау йәһәтенән мөһим тармаҡ. Уның иҡтисадтың мөһим секторы булараҡ билдәләнеүе мөһим.
– Бөгөн республикала 33 ойошма эшләй, уларҙың продукцияһын халыҡ художество кәсептәре өлкәһенә индерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары булып тора. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының федераль реестрында “Ағиҙел” Башҡортостан художество промыслаһы” дәүләт унитар предприятиеһы теркәлгән. 2019 йылда Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы бойороғо менән “Минең бизнесым” үҙәген финанслау сиктәрендә республикала Халыҡ-художество кәсептәре, һөнәрселек эшмәкәрлеге, ауыл һәм экологик туризм үҙәге булдырылды. Ағымдағы йылдың ярты йыллығында был үҙәккә 170-тән ашыу һөнәрсе консультациялар һорап мөрәжәғәт иткән, – тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 118 һөнәрселек эшмәкәрлеге төрө буйынса кәсептәр өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн финанс яҡтан тәьмин итеүгә субсидиялар биреү тәртибе әҙерләнгән. Ул министрлыҡтың мөһим бурысы булып һөнәрселек эшмәкәрлеген яңы кимәлгә – эшҡыуарлыҡ яғына күсереү тороуын билдәләне. Һөнәрселек менән шөғөлләнгән һәр кем Халыҡ художество промыслаһы статусына эйә була һәм шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты йәки үҙмәшғүл булып тора.
Халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары күрһәткән бөтә ярҙам саралары менән файҙалана ала. БР Туризмды үҫтереү үҙәге һәм "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса БР агентлығы" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының Халыҡ художество кәсептәре үҙәге был тармаҡ вәкилдәренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.