Йәмғиәт
22 Август 2022, 15:45

Яҡташтарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне

“Иң яҡшы акушер-гинеколог” номинацияһында беренсе урынды Сергей Денисов алды.

Яҡташтарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәнеЯҡташтарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне
Яҡташтарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәртәбәле “Йылдың иң яҡшы табибы” тигән Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаны. Әйткәндәй, ярыш 2001 йылдан алып ойошторола. Быйыл иһә Башҡортостандан 11 табип еңеү яуланы.

“Иң яҡшы терапевт” номинацияһында Гөлназ Грицаенко алдынғы булды, ә “Иң яҡшы акушер-гинеколог” номинацияһында беренсе урынды Сергей Денисов яуланы (икеһе лә – Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан). Шулай уҡ Ольга Филиппова, Гүзәл Глимшина, Аделина Богданова, Ольга Джумма, Гөлназ Бүләкова, Дмитрий Шуваев, Айрат Балахонцев, Татьяна Добрейкина, Булат Кәбиров һынатманы. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Фото: Башҡортосан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас