Йәмғиәт
23 Август 2022, 13:00

95 йәшендә лә ҡоймаҡ ҡоя

Әңгәмәсем әйтеүенсә, оҙаҡ йәшәүҙең сере ябай ғына...

95 йәшендә лә ҡоймаҡ ҡоя95 йәшендә лә ҡоймаҡ ҡоя
95 йәшендә лә ҡоймаҡ ҡоя

Федоровка районының Батыр ауылында тыуған Заһира Мостафина, өлкән булыуына ҡарамаҫтан, тик ултырыуҙы белмәй. Ул яҡындарына өй эштәрендә ярҙамлаша, кәңәштәренән дә өҙмәй. Иң яратҡан эше – ҡоймаҡ ҡойоу.

– Мине, йәш ҡыҙҙы, Свердловск тарафтарына торф сығарырға ебәрҙеләр, – тип үткәндәрҙе иҫләй инәй. – Күрмәгәнде күрҙек инде, эш – ауыр, тамаҡ ашҡа туймай. Торф – батҡаҡта. Терһәккә хәтлем бысранып, һыуланып эшләйбеҙ. Ашағаныбыҙ шул кәбеҫтә һыуы инде. Көнө буйы шуның менән йөрөйбөҙ.

Күптәр Заһира Хәйҙәр ҡыҙынан оҙон ғүмерле булыуҙың серен һораша икән. Әңгәмәсем әйтеүенсә, оҙаҡ йәшәүҙең сере ябай ғына – күңелеңдә насар уй-тойғолар йөрөтмәү, һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу.

Фото: Мәҙинә Яҡупова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас