

Уҙған аҙнала Ҡариҙел районының иң гүзәл төбәгендә – Павловка һыу һаҡлағысы буйында “Журфест- медиапатриот” журналистар фестивале үткәрелде. Уның төп темаһы медиапатриотизмды үҫтереүгә, социаль селтәрҙәрҙә фейктарға ҡаршы тороуға ҡағылды.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, журналистарҙы тәбрикләп, район менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, уларға эштәрендә ҡыҙыҡлы идеялар теләне.
Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев үҙенең сығышында журналистар көсөнөң дөрөҫлөктә булыуын иғтибарға алды.
– Быйылғы йыл республиканың медиаберләшмәләре өсөн бик тығыҙ булды – июнь айында “Медиайыйын” форумын уҙғарһаҡ, 23 июлдә ҙур кимәлдә “Медиагеройҙар уҙышы” ойошторолдо. Бөгөнгө фестивалдә федераль, республика, район, ҡала баҫмалары, телевидение, радио һәм интернет-берләшмәләре вәкилдәре ҡатнаша. Беренсе тапҡыр был сараны Салауат районында уҙғарғайныҡ. Артабан ул Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Благовещен, Күгәрсен, Тәтешле, Ҡариҙел райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында үтте. Бөгөн дә һәр ҡайһығыҙ коллегалары менән аралашыу өсөн үҙенә ҡыҙыҡлы майҙансыҡ табыр тип ышанам. “Журфест” – һөҙөмтәле булырға, тәжрибә, идеялар менән уртаҡлашыу майҙансығына әүерелергә тейеш, был журналистар берләшмәһен артабан алға йүнәлтеү өсөн мөһим, – тине ул.
Максим Ульчев бер төркөм журналистарға дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы. “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһына лайыҡ булыусылар сәхнә түренә саҡырылды.
Коллегабыҙ – “Башҡортостан” гәзите журналисы, Социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, “Башҡортостан” гәзитендә эшләй башлай һәм хәҙер инде 25 йылға яҡын республикабыҙҙың төп баҫмаһында хеҙмәт итә.
Бала саҡтан өйгә гәзит-журналдар күп килде, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитен дә уҡып үҫтек. Ундағы журналистар һоҡланыу уята ине, аҙаҡ үҙемә тап шул гәзиттә эш башлау бәхете тейҙе. Бер үк ваҡытта Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын тамамланым. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтайҙың Почет грамотаһына лайыҡ булыу тағы ла ныҡлабыраҡ эшләүгә ҙур этәргес бирҙе. Хеҙмәтемде шулай баһалауҙары өсөн рәхмәтем сикһеҙ, – тине коллегабыҙ.
Эшкә яуаплы мөнәсәбәте, тырышлығы һөнәри үҫешкә юл аса. Айһылыуҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға артабан да хеҙмәт уңыштары теләйбеҙ. Киләсәктә лә “Башҡортостан” өсөн тырышып эшләргә яҙһын!
“Аҡбуҙат” журналын –Донбасс балаларына
Фестиваль сиктәрендә “Медиашефлыҡ: Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары - Донбасс балалары” тигән махсус проекттың презентацияһы үтеүе лә сараның йөкмәткеһен байытты. Был проект “Аҡбуҙат” балалар журналы коллективы, “ Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто һәм Башҡортостан Журналистар союзы менән берлектә әҙерләнгән. Берҙәм көс менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡорт телендәге “Аҡбуҙат” балалар журналының махсус һанын рус телендә нәшер итеүгә өлгәшкәндәр.
Журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина был махсус проект өҫтөндәге эш тураһында һөйләне:
“Аҡбуҙат” журналының махсус һанына Донбасс балаларының шиғырҙары һәм хикәйәләре инде. Беҙ уларҙы Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығының матбуғат секретары Алена Алексееваның ярҙамы менән йыйҙыҡ. Журнал Донецк Халыҡ Республикаһы балаларына ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренә лә ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым, – тине ул.
Проект презентацияһы балаларҙың сағыу сығышы менән тамамланды. Әйтергә кәрәк, был проектты Башҡортостан Журналистары союзы Президент гранттарының сираттан тыш конкурсына йүнәлтте. Бик тиҙҙән “Аҡбуҙат” журналының махсус сығарылышы Донецк Халыҡ Республикаһы балаларына юлланасаҡ.
Оҫталыҡ дәрестәре оҫталыҡты арттырҙы
Һөнәреңде камиллаштырыу мөмкинлеген дә бирҙе “Журфест”. Көндөң икенсе яртыһында ойошторолған оҫталыҡ дәрестәре эш һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелде. Уларҙы билдәле журналистар, федераль спикерҙар алып барҙы. “Диалог Төбәктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының мәғлүмәт эштәре буйынса белгесе Евгения Авраменко “ Социаль селтәрҙә яңылыҡ пабликтары тренды” темаһы буйынса сығыш яһаны. Бөгөнгө көндә күп баҫмалар социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр алып бара, шуға оҫталыҡ дәресендә алған белем артабан эштә лә ярҙам итәсәк.
“Rossia Today” телеканалы хәбәрсеһе, хәрби журналист, РЕН ТВ каналында “Донъя армиялары” тапшырыуҙары циклы авторы Вячеслав Гузь ҡыҙыу нөктәләрҙә эш үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Уның сығышы журналистарҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, үҙенең тәжрибәһенән сығып, ябай булмаған шарттарҙа эшләү буйынса кәңәштәр бирергә онотманы. Хәрби журналистҡа һорауҙар ҙа бик күп яуҙы. Уның “Тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ”, - тигән һүҙҙәренә лә ҙур мәғәнә һалынған.
Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының китап индустрияһына һәм ваҡытлы матбуғатҡа дәүләт ярҙамы Департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская, Рәсәйҙең Журналистар союзы секретары Роман Серебряный менән осрашыу ҙа фәһемле булды. Улар баҫма мәғлүмәт сараларында патриотизм темаһын яҡтыртыу хаҡында һөйләне.
Фестивалдә төп майҙансыҡта ойошторолған милли ихаталар ҙа байрамдың биҙәге булды. Унда редакциялар төрлө милләт мәҙәниәтен күрһәтте, һәр төбәк үҙҙәренә хас булған йолаларҙы, шөғөлдәрҙе сағылдырҙы. Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары алты телдә сыға һәм улар мәҙәни мираҫты һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Башҡортостан Журналистар союзы ете район-ара ижади берекмәне күрһәтте, унда Башҡортостандың барлыҡ ҡала, район гәзиттәре вәкилдәре инде. Фестивалдә ҡатнашыусылар башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари милли ихаталары менән ихлас танышты. Шулай уҡ республика баҫмалары, “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”, “Башҡортостан” Дәүләт телерадиокомпанияһы,“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы ойошторған күргәҙмәләр ҙә үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапты.
Әлмира ӘЙҮПОВА, “Ейәнсура таңдары” гәзитенең баш мөхәррире, Ейәнсура районы:
– Бөгөн беҙ көньяҡ-көнсығыш район-ара берекмә исеменән сығыш яһайбыҙ. Районыбыҙҙың бренды булған Ейәнсура шәлен алып килдек, дебет иләүҙе күрһәтеү өсөн эш ҡоралдарыбыҙ ҙа бар. Шулай уҡ күргәҙмәлә Ейәнсура балын һәм умарта кәрәк-яраҡтарын да күрергә мөмкин. Гәзитебеҙҙә һәм социаль селтәрҙә “Һөнәрлеләр беҙҙең арала” тигән рубрика бар, уны оҫталарҙың конкурсы һымаҡ итеп үткәрәбеҙ. Әлеге күргәҙмәлә шул конкурс еңеүселәренең эштәре менән дә танышырға мөмкин. Быйыл гәзитебеҙҙең 90 йыллыҡ юбилейы булғас, баҫмабыҙҙың ҡаҙаныштарын сағылдырған маҡтау ҡағыҙҙары ла урын алды. Фестиваль бик оҡшай. Коллегалар менән аралашыу ғына түгел, был яҡтың тәбиғәтен күреп ҡайтыу өсөн дә бер сәбәп әлеге байрам. Уны республикабыҙҙың төрлө урындарында уҙғарылыуы отошло тип улайым.
Төрлө майҙансыҡтарҙа футбол, волейбол, армреслинг һәм башҡа ярыштарҙа коллегалар етеҙлектә, таҫыллыҡта үҙҙәрен һынаны, йәйәнән уҡ атырға теләүселәр ҙә күп булып сыҡты.
Сафтар арта
Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған журналистар байрамының киске өлөшө бүләкләү тантанаһынан башланды. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов иң элек спорт ярыштарында еңеүсе командаларҙы тәбрикләне. Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Почет грамоталарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында коллегабыҙ – “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина ла бар. Уның өсөн дә коллективыбыҙ менән һөйөндөк. Журналистар союзы ағзалары сафын тулыландырыусыларға танытмалар тапшырыу ҙа киске сараның йәмле өлөшө булды.
Беҙ ошондай маҡсат ҡуйғанбыҙ – журналистар эшләй ҙә, ял да итә белергә тейеш. Был фестиваль беҙҙең матбуғат агентлығы тарафынан 2011 йылдан алып Башҡортостандың төрлө матур тәбиғәт урындарында уҙғарылып килә. Әлбиттә, журналистар бында ял итеп кенә ҡалмай, сара эш менән дә үрелеп бара. Мәскәүҙән килгән белгестәр менән оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу – журналистарҙың белемен камиллаштырыуҙы, һөнәри оҫталыҡтарын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.
Киске программаны «КваЦерт» медиа-рок төркөмө концерты йомғаҡланы. Әйткәндәй, музыканттар төркөмө етәксеһе Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәге директоры, “Кармаскалинская новь” гәзитенең баш мөхәррире Ринат Шәйбәков.
Әллә күпме кисерештәр бүләк итте журналистар байрамы. Яңы маҡсат, яңы уңыштар менән “Журфест – 2023” фестивалендә лә осрашырға яҙһын.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.
Ҡариҙел районы.