

VII Бөтә Рәсәй ”Йыл ғаиләһе” конкурсының ойоштороу комитеты еңеүселәрҙе билдәләне. Төбәк конкурстарында еңеп сыҡҡан 353 ғаилә араһынан биш номинация буйынса федераль этап еңеүселәре билдәләнде. “Күп балалы ғаилә”, “Йәш ғаилә”, “Ауыл ғаиләһе”, “Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияларында ҙур уңышҡа өлгәшкән еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар теләнек.
“Конкурс ғаиләләр, ата-әсәләр берләшмәһен тупланы. Ул хәҙер төбәктәрҙең социаль эшендә әүҙем ҡатнашҡан, үҙ өлгөләрендә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ярҙам иткән кешеләрҙең ойошмаһына әүерелде, тиһәң дә була. Еңеүселәр Әсә көнөндә – 27 ноябрҙә бүләкләнәсәк”, – тип белдерҙе Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков.
Шуныһы ҡыуаныслы, “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында Тәтешле районының Кәлтәү ауылынан Мәккиә менән Муллахан Мулләхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы. Архив материалдарын ҡулланып, ауылдаштары, аҡһаҡалдары менән әңгәмәләшеп, үҙ ауылдарының шәжәрәһен өйрәнгән һәм төҙөгән, халыҡ тарихын һаҡлауға бөтә булмышын, көсөн һәм ваҡытын һалған ғаиләнең берҙәмлегенә һоҡланмау мөмкин түгел! 73 йәшлек Муллахан Мулләхмәт улы үҙҙәренең был шөғөлгә нисек тотоноп китеүен һөйләне. 1993 йылда хәләл ефете менән сәй эсеп ултырғандарында, яҡын кешеләрен иҫкә төшөрөп, юҡһынып, үҙҙәренә кемдең нисек туған булыуын асыҡларға тырышҡандан һуң, уларҙа туғандарының яҙмышын, нәҫел тамырҙарын өйрәнеү теләге уяна. Шул ваҡыттан алып ғаиләлә тынғылыҡ бөтә: Өфө архивтарында эҙләнеү, район биләмәһендә йәшәгән ололар менән һөйләшеү, ғалимдарҙың яҙмалары менән танышыу башлана. Шулай итеп, Кәлтәү ауылының Табын ырыуы шәжәрәһе (сүмес нәҫеле) барлыҡҡа килә. Муллахан ағай – ауылда “Сәрбиямал” мәсетен төҙөүҙә, “Наурыз” фольклор ансамбленә “халыҡ фольклор ансамбле” исемен яулауҙа, ауыл тормошон йәнлерәк, йөкмәткелерәк итеүҙә янып йәшәгән уҙаман. Республика һәм Рәсәй кимәлендәге бихисап Почет грамоталары Мәккиә менән Муллахан Мулләхмәтовтарҙың данлыҡлы хеҙмәт юлын асыҡ күрһәтә. Шуныһы ҡыҙыҡ, хеҙмәт ветерандары оло йорттары эргәһендәге бәләкәй өйҙә тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейы асҡан. Муллахан ағай ҡартатаһының 1821 йылғы еҙ самауырын, атаһының Бөйөк Ватан һуғышы яланынан алып ҡайтҡан котелогын һәм фляжкаһын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.
“Мин биш заттан Кәлтәү ауылы барлыҡҡа килеүен архив документтарынан, ололарҙың һөйләүҙәренән асыҡланым. Тыуған яҡтың тарихын, нәҫел-нәсәбеңде өйрәнеү теләге шул тиклем көслө ине, һәр мәғлүмәтте бөртөкләп, өйҙән-өйгә, ауылдан-ауылға йөрөп тигәндәй йыйҙым. Ике тапҡыр Өфөгә барып, архивтарға инергә рөхсәт алып, халыҡты иҫәпкә алыу, “Рәүиз мәғлүмәттәре”н өйрәндем. 1994 йылда ауылда Нәҫел ырыуы байрамын үткәрҙек. Ул саҡта Шәжәрә байрамы тигән һүҙ ҡулланылмай ине. Ауылыбыҙҙың символы булған 200 йыллыҡ ҡарағай ағасының тарихын өйрәнеп яҙҙым. Кәлтәй ситендәге ағастарҙы Рәхмәтулла ишандың ултыртыуы билдәле, беҙ был традицияларҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Бөтә тарихи мәғлүмәттәрҙе байҡағандан һуң иң әүәл Ҡайпан ауылынан Сүмес ырыуы барлыҡҡа килгән һәм бөгөн ауылда 12-се быуын кешеләре йәшәй, тип әйтә алабыҙ. Ауылыбыҙға 1700 йылдар тирәһендә нигеҙ һалына башлаған булырға тейеш.
Хәҙерге көнгә әйләнеп ҡайтып, шуны әйтә алам: халҡыбыҙ бер ата-әсә балалары кеүек дуҫлыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Төрлө милләт вәкилдәре, ҡатнаш ғаиләләр тотороҡло донъя ҡороп, балалар үҫтерә. Урман – һайрар ҡоштары, йылға – балығы, ауыл эшсән, тынғыһыҙ кешеләре менән данлы. Беҙҙең дә нәҫел-ырыуыбыҙҙың бәҫен, ҡәҙерен һаҡлаусы ҙур хөрмәткә эйә ырыуҙаштарыбыҙ етерлек. Һәр осорҙоң үҙенә хас ауырлыҡтары, бурыстары бар. Беҙҙең заманда ла хәл итәһе, тормошҡа ашыраһы эш бихисап. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл, ғаилә шәжәрәләрен өйрәнеү, халҡыбыҙҙың яҡшы традицияларын хөрмәтләп дауам итеү, ата-бабаларыбыҙҙың лайыҡлы эштәре менән ғорурланыу – барыбыҙға ла хас сифат.
Шәжәрә төҙөү барышында ата-бабаларымдың башҡорт милләтенән булыуын, ата-әсәнең балаларына ниндәй матур-матур исемдәр ҡушыуын белдем, һоҡландым һәм асыштарыма ғәжәпләндем... Ата-бабаларыбыҙ ул-ҡыҙҙарына Хангилде, Миңлегөл, Ерәнсәй, Айсыуаҡ, Майтап, Гөлнәфирә, Нәүширбан һәм башҡа шундай бик күркәм исемдәр ҡушҡан. Кәлтәү ауылының атамаһы элек Хәлтәү икәнен асыҡланым, уның барлыҡҡа килеү тарихы ла бар. Ошо ерҙәрҙә ҡасандыр тимер, суйын иретеү заводы эшләгәне лә билдәле”, – тип Муллахан Мулләхмәт улы ауылдың оло тарихына ҡағылған яҙмалар менән таныштырҙы.
32 йыл ауыл клубы мөдире булып эшләү дәүерендә халыҡтың мәҙәни тормошон йәнләндереү, “Наурыз” фольклор ансамблен төҙөү, спектаклдәр ҡуйыу менән дәртләнеп йәшәй ул. 2004 йылда ансамбль “халыҡ фольклор ансамбле” исемен алыуға өлгәшә. Ауылда гөрләп “Ҡаҙ өмәһе” байрамдары, бай йөкмәткеле концерттар үтә. Муллахан ағай, Өфөгә барып, ете ҡумыҙ эшләтеп алып ҡайтҡас, был музыка ҡоралында уйнарға теләгәндәр ҙә табыла. Ауылда “Сәрбиямал” мәсетен төҙөүгә Муллахан Мулләхмәт улы дәртләнеп тотона. “Элек беҙҙә мәсет тә, мәҙрәсә лә булған. Халыҡ менән һөйләшкәндән һуң был эшкә аҡса йыйырға булдыҡ. Ә эштең башы шулай булды: Яр Саллыла йәшәгән Венера апайым ҡунаҡҡа ҡайтҡанда үҙенең йыйған байтаҡ аҡсаһын мәсет төҙөтөү өсөн миңә ҡалдырҙы, “эштең башы шул булыр”, тине. Һуңғы ваҡытта исемен Сәрбиямалға алмаштырғайны, – ти хеҙмәт ветераны. – 1997 йылда ошо исемдәге Иман йортон асып, ауылдаштарҙы ҡыуандырҙыҡ”.
Муллахан ағай ҡатыны Мәккиә апай һәм ҡыҙы Земфира Әхмәтова менән беҙгә ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте. Улар ошоғаса сәхнәлә, ауыл тормошон биҙәп, йәшәүҙән йәм табып, бер татыу ғаилә булып донъя көтә. Ауыл Советында эштәр башҡарыусы булып эшләгән ҡыҙҙары ла ғаиләһе менән яҡында ғына йәшәгәс, өлкәндәргә ихлас аралашырға, фекерҙәрен уртаҡлашырға яйы сығып ҡына тора. Гөл-сәскәгә күмелгән ихата, алсаҡ, егәрле, дәрт-дарманлы ғаилә менән теләмәй генә айырылыштыҡ, ил кимәлендә еңеү яулаған Мулләхмәтовтар менән тағы ла осрашыу бәхетен татырға яҙһын, тип теләнек.
Динә АРЫҪЛАНОВА