Йәмғиәт
23 Август 2022, 03:30

Бөтә Рәсәй конкурсы бара

Ул милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә арнала

Бөтә Рәсәй конкурсы бараБөтә Рәсәй конкурсы бара
Бөтә Рәсәй конкурсы бара


"Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә ресурс үҙәге" һәм "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Президент ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ярҙамы милләт мөнәсәбәттәре өлкәһендә иң яҡшы ғәмәлдәрҙең V Бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә. Ул 21 ноябргә тиклем бара.


Конкурс Рәсәй Федерацияһының күп милләтле халҡының гражданлыҡ үҙаңын һәм рухи берлеген нығытыуға, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының этно-мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән иң яҡшы тәжрибәләрҙе хуплау һәм таратыу буйынса ҡыҙыҡлы һәм перспективалы башланғыстарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.


Конкурсҡа ҡатнашырға "Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә ресурс үҙәге" сайтында ғариза ҡалдырырға мөмкин: http://ресурсныйцентр-анр.рф/russian-federation/project/v-vserossiyskiy-konkurs-luchshih-praktik-v-sfere-nacionalnyh-otnosheniy

 

Конкурс дүрт этапта үтә:
Беренсе этап – 2022 йылдың 2 октябренә тиклем. Конкурс тураһында мәғлүмәтте Рәсәй Федерацияһы субъекттарына һәм бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарға ебәреү, уның тураһында мәғлүмәтте киң мәғлүмәт сараларында таратыу, ҡыҙыҡһыныусыларға конкурста ҡатнашыу буйынса кәңәштәр биреү, "Милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә ресурс үҙәге" сайтында ғаризаларҙы тултырыу һәм уларҙы комиссия ҡарамағына ебәреү.
Икенсе этабы – 3 октябрҙән 11 октябргә хәтлем. Ғаризаларҙы конкурс шарттарына яраҡлыҡ буйынса тикшереү.
Өсөнсө этап – 12 октябрҙән 20 ноябргә ҡәҙәр. Конкурс һөҙөмтәләрен барлау. Еңеүселәрҙе билдәләү.
Дүртенсе этап – 21 ноябрҙән. Иң яҡшы проекттарҙы күрһәтеүгә һәм бүләкләүгә әҙерлек.


Иң яҡшы тәжрибәләр "Этномәҙәни секторҙың тотороҡло үҫеше" IV Бөтә Рәсәй конференцияһында тәҡдим ителеп, улар конкурстың методик материалдарына индерелә.
Конкурс еңеүселәре консультация, мәғлүмәт һәм ойоштороу ярҙамы аласаҡ, шулай уҡ проекттары төбәктәрҙә һәм муниципалитеттарҙа тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителәсәк.


Мәғлүмәт, фото: kulturarb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас