Йәмғиәт
23 Август 2022, 16:30

"Башҡорт аты" артабан да йәшәйәсәк!

Сараны ойоштороусылар бүләкләнде

"Башҡорт аты" артабан да йәшәйәсәк!"Башҡорт аты" артабан да йәшәйәсәк!
"Башҡорт аты" артабан да йәшәйәсәк!

29-30 июлдә Башҡортостандың Баймаҡ районында гөрләп беренсе “Башҡорт аты” фестивале үтте. Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән биш мең самаһы кешене, бихисап башҡорт тоҡомло аттарҙы йыйған сара күптәргә оҡшаны. Уның сиктәрендә төрлө ярыштар, бәйгеләр, ат парады, “Мәргән уҡсы” төбәк-ара фестивале ойошторолдо. Этник тематикаға ҙур иғтибар бүленде, унда төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы, уларҙы эшләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнашлығында конкурс уҙғарылды. Ижади ярыш "Иң яҡшы ҡайыштан сбруй яһау оҫтаһы", "Аттың өҫтөнә ябыу өсөн сергетыш оҫтаһы", "Бәйге"лә иң яҡшыһы" номинацияларында уҙҙы. Ҡыҫҡаһы, хәтерҙә ҡалырлыҡ бик бай йөкмәткеле, башҡорт атын һаҡлауға ҙур өлөш индергән файҙалы һәм ҡыҙыҡлы сара үтте.

Ойоштороусылар был сараны йыл һайын үткәрергә ҡарар иткән. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә “Башҡорт аты” фестиваленә йомғаҡтар яһалды һәм шунда уҡ алдағы йылда үткәреүгә әҙерлек башланды.

Ултырышта фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Спорт министрлығы, Баймаҡ районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Мәргән уҡсы" ойошмаһы һәм башҡа яуаплы кешеләр ҡатнашты. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов алып барҙы.

Фестиваль матур үтте, тик ойоштороу йәһәтенән ниндәйҙер етешһеҙлектәр ҙә булған. Уларҙы киләһе йылда бөтөрөү өҫтөндә уйландылар, яңы тәдимдәр индерелде. Сараны үткәреү өсөн ҡулай ваҡыт та һайларға кәрәк тигән бурыс ҡуйылды.

Нисек кенә булмаһын, “Башҡорт аты” фестивале артабан да йәшәйәсәк. Уны тағы ла күберәк төбәктәргә һәм илдәргә танытыу, балалар өсөн дә, белгестәр өсөн дә ҡыҙыҡлы итеү, теләп барған сараға әйләндереү өҫтөндә бергәләп эшләйәсәктәр.

Ултырыш һуңында Азат Бадранов тәүге фестивалде ойоштороусыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.  

Александр Данилов фотолары. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас