Йәмғиәт
23 Август 2022, 07:00

Комбайн эштән туҡтаған мәлдә, йыр ағыла...

Ә һеҙҙең яҡтарҙа был йола һаҡланғанмы?

Комбайн эштән туҡтаған мәлдә, йыр ағыла...Комбайн эштән туҡтаған мәлдә, йыр ағыла...
Комбайн эштән туҡтаған мәлдә, йыр ағыла...

Баҫыу эштәренең иң ҡыҙған мәлдәрендә баҫыу батырҙарына ял минуттары ойоштороу – борондан ҡалған матур йола. Баҫыуҙа эшләгәндәр ашарға туҡтаған мәлдә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ун – ун биш минутлыҡ концерт менән сығыш яһау күренеше айырыуса Саҡмағош районында һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, Үрнәк ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәртле йыр һәм бейеү менән механизаторҙарҙы йыш ҡына сәләмләй.

Иҫке Ҡалмаш ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре иһә “Октябрь” ауыл хужалығы тауарҙары етештереү кооперативы игенселәре алдында сығыш яһаған. Хужалыҡ рәйесе Альбирт Мусин игенселәргә бүләк ителгән ял минуттары өсөн ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткергән.

Райондың башҡа мәҙәниәт усаҡтары ла был йолаға тоғро ҡалып, игенселәргә дәрт-дарман өҫтәп ҡайта икән.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа был йола һаҡланғанмы?

 

Фотолар Культура-Саҡмағош сайтынан алынды.

Комбайн эштән туҡтаған мәлдә, йыр ағыла...
Комбайн эштән туҡтаған мәлдә, йыр ағыла...
Комбайн эштән туҡтаған мәлдә, йыр ағыла...
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас