

“Зарядье” паркында Рус география йәмғиәтенең фестивале Мәскәү халҡында һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм донъяның башҡа илдәренән килгән ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Форум майҙансыҡтарында ватандаштарыбыҙҙы, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәүселәрҙе осратырға мөмкин. 18 – 21 августа ғына фестиваль майҙансыҡтарына төрлө телдәрҙә һөйләшкән, әммә географияға һәм сәйәхәттәргә һөйөү берләштергән 240 меңдән ашыу кеше килгән.
– V “Рәсәйҙе яңынан асабыҙ, бергәләп!” фестивале Рус география йәмғиәтенең төп сараһын тәшкил итә. Фестивалдең маҡсаты – халыҡты Рәсәй ғалимдарының сағыу асыштары, Рус география йәмғиәтенең экспедициялары, туристик маршруттар, Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу, – тине рус география йәмғиәтенең башҡарма директоры урынбаҫары Сергей Корлыханов. – Башҡортостан Республикаһы йәмғиәттең бөтә фестивалдәрендә лә ҡатнашты, әлеге бишенсе фестивалдән дә ситтә ҡалманы. Республика стендын ҡарап өлгөргәндәрҙә Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте һәм көнкүреше ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Фестивалгә килгәндәр башҡорттарҙың боронғо йолалары, шулай уҡ республиканың әлеге ҡаҙаныштары һәм ҡеүәте менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Рус география йәмғиәте республика менән күптән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Ул географияны танытыуға, Башҡортостандың һәм тотош Рәсәйҙең тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелә.
Башҡортостан экспозицияһы Мәскәү һәм Рәсәй туристик операторҙарын республиканың туризм өлкәһендәге ҡеүәте менән таныштыра. Мәҫәлән, “Торатау” геопаркы стендында хеҙмәткәрҙәр махсус оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, үҙенсәлекле геологик табыштар, танылыу яулаған шихандар һәм Рәсәйҙәге тәүге “алтын сөйҙәр” – халыҡ-ара әһәмиәттәге “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” геологик киҫелештәре тураһында һөйләй.
ЮНЕСКО исемлегенә индерелгән Рсәйҙәге тәүге геопарк – “Янғантау” хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан майҙансығында интерактив лекциялар, бетеүҙәр, башҡорттарҙың милли биҙәүестәрен яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, видеофильм күрһәтә. Стенд эргәһендә уҡ атырға, күсмә халыҡтарҙың көнкүреш әйберҙәре менән эш итергә өйрәтәләр.
26 августа Кремль эргәһендә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙғарыла. Фестиваль ҡунаҡтары өсөн был көндә “Һабантуй” спорт-уйын сараһы уҙғарыла. Республиканың һәм мәскәү ҡалаһының сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы ҙур концерт байрамға йәм өҫтәр. Унда “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор коллективы, “Хазина” вокаль-хореография ансамбле, “Самрау” бейеү коллективы, Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Рената Бәҙәмшина сығыш яһай. Фестиваль барышында Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған” фильмы һәм поляр штурман Валериан Альбанов һәм уның исемен йөрөткән Ҡотопсолар музейын асыу тарихы тураһындағы “Көньяҡҡа, Франц Иосиф еренә табан” документаль фильмы күрһәтелә.