

2022 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә граждандарҙан һәм ойошмаларҙан килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡарау тураһында мәғлүмәт
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре (артабан – граждандарҙың мөрәжәғәттәре) менән эш “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында Эш башҡарыу инструкцияһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мөрәжәғәттәр менән эшләү йәһәтенән граждандар өсөн кәрәкле мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең (артабан – Хөкүмәт) интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/www.pravitelstvorb.ru) урынлаштырылған. Граждандар килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш өсөн реквизиттар, шулай уҡ интернет аша Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеү формаһы менән таныша ала.
Отчет осоронда Хөкүмәткә 5095 мөрәжәғәт килгән, шуларҙан күтәрелгән мәсьәләләрҙе компетенция буйынса хәл итеү өсөн:
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенән – 817;
Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенән – 2170;
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан – 33;
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратынан – 198;
граждандар һәм ойошмалар тарафынан 2607 мөрәжәғәт ебәрелгән.
Бынан тыш, дәүләт власы органдарынан граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре буйынса 195 һорау килгән.
2022 йылдың тәүге яртыһында 5095 мөрәжәғәттә авторҙар 5575 мәсьәләне күтәрә, шуларҙың 1569-ы (28,1%) – социаль өлкәгә; 1108-һе (19,9%) – торлаҡ-коммуналь өлкәгә; 1443-ө (29,9%) – иҡтисад өлкәһенә; 1089-ы (19,5%) – дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт өлкәһенә; 366-һы (6,6%) оборона, хәүефһеҙлек һәм законлылыҡ өлкәһенә ҡарай.
Башҡортостан Республикаһы халҡын, нигеҙҙә, түбәндәге мәсьәләләр борсой:
балалы граждандарға пособие түләү йәки ошондай түләүҙәр буйынса ғаризаларҙың оҙаҡ ҡаралыуы;
урамдарға асфальт түшәү, ауыл биләмәләрендә юлды ремонтлау һәм асфальт түшәү, ҡыш юлды ҡарҙан тейешенсә таҙартмау;
торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү, етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу, ошо өлкәгә дәүләт контроле һәм күҙәтеүе;
халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтеү;
ергә дәүләт күҙәтеүе, ер бәхәстәрен һәм мәсьәләләрен ҡарау;
дауалау һәм медицина ярҙамы күрһәтеү, дарыуҙар менән тәьмин итеү;
ҡалаларҙы һәм ҡасабаларҙы төҙөкләндереү, йорт яны биләмәләрен йәшелләндереү, балалар майҙансығын эшләү йәки һүтелгәнен тергеҙеү, күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт, коммуналь хеҙмәткә (шул иҫәптән дөйөм йорт ихтыяждарына) билдәләнгән хаҡ менән килешмәү, дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотмау, коммуналь хеҙмәттәрҙең насар сифаты.
Мөрәжәғәттәрҙең территориаль структураһы күрһәтеүенсә, мөрәжәғәттең күбеһе Өфө (1774 мөрәжәғәт), Стәрлетамаҡ (254), Октябрьский (184), Салауат (130), Нефтекама (97), Сибай (43) ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө (162), Туймазы (114), Белорет (100), Мәләүез (89), Ишембай (79), Учалы (168), Иглин (63), Шишмә (46), Стәрлетамаҡ (45), Благовещен (43) һәм Учалы (42) райондарынан килгән.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА