Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәтендә туризм индустрияһы субъекттарына субсидиялар биреү тураһында (5-9 класс уҡыусыларына туристик хеҙмәттәр күрһәтеү) һөйләшеү булды. Ултырышты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы.
- Башҡортостанда 2011 йылдан алып социаль туризм өлкәһендә проект тормошҡа ашырыла, – тине Андрей Назаров. – Беҙ беренселәрҙән булып балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә, инвалидтарға һәм пенсионерҙарға, төбәк туроператорҙарын субсидиялау иҫәбенә, социаль туризм программаһын эшләнек. Хәҙер был тармаҡты киңәйтә барабыҙ, урта класс уҡыусыларына был уңышлы практиканы таратабыҙ. Башҡортостанда улар – 250 меңдән ашыу.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.