Йәмғиәт
24 Август 2022, 13:00

Ҡаратал әбейенә 101 йәш биреп булмай

Зәлифә инәй һөйләүенсә, утын яғып өй йылытыуҙан һәм һыуҙы ташып эсеүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр.

Ҡаратал әбейенә 101 йәш биреп булмайҠаратал әбейенә 101 йәш биреп булмай
Ҡаратал әбейенә 101 йәш биреп булмай

Саҡмағош районында саҡта йөҙйәшәр инәй менән танышыу – киләсәккә маҡсаттар билдәләүгә булышлыҡ итте, йәшәүгә көс уятты. Зәлифә Мусина – бөгөн Ҡаратал ауылында ғүмер йомғағын һүтә.

– Әлеге йәшәйеште ҡайһы саҡта әллә был төшөммө, тип аптырап ҡуям, – тип һөйләй Зәлифә Низаметдин ҡыҙы. – Барыһы ла бар, бер нимәгә лә ҡытлыҡ юҡ. Бына беҙ аслыҡтан интектек, һуғыштың михнәтен татыныҡ, төрлө йылдарҙағы ауырыуҙар йонсотто, ҡыҫҡаһы, беҙ кисергәнде берәүгә лә күрергә яҙмаһын.

Ҙур булмаған йортта яңғыҙы ғына донъя көтөүсе Зәлифә инәй һөйләүенсә, утын яғып өй йылытыуҙан һәм һыуҙы ташып эсеүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр. Ғүмере буйына ниндәй ҙә эш менән мәшғүл булыуын, бер һүҙ менән әйткәндә, даими хәрәкәт итеп тороуын оҙаҡ йәшәүҙең сере тип иҫәпләй. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, Зәлифә Мусинаға 103 йәш булырға тейеш, паспорт алғанда ул үҙен күпкә йәш итеп яҙҙырған.

Фото: Илһөйәр Ғарифуллина.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас