

Борай районының Оло Баҙраҡ ауылында йәшәгән Нәжметдиновтар династияһын район ғына түгел, бөтә республика беләлер. Был ғаилә ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп, абруй ҡаҙанған, бер нисә быуын белгес үҫтергән. Барыһының да хеҙмәт юлы Ленин исемендәге колхоз менән тығыҙ бәйле.
Династияға нигеҙ һалыусы – Рәфит Заһит улы Нәжметдинов. Ул ошо ауылда 1939 йылдың 29 октябрендә донъяға килә. Уның атаһы Заһит Әхмәлетдин улы 1909 йылғы. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Баҙраҡ ауылының “Осҡон” колхозында эшләй. Һуғыштың тәүге көндәренән фронтҡа китә һәм шул уҡ йылдың октябрь башында ҡаты алыштар мәлендә һәләк була.
Рәфит Заһит улының әсәһе Рәйсә Хәмәтғәни ҡыҙы иһә 1931 йылдан 1971 йылға тиклем ошо уҡ колхозда эшләп хаҡлы ялға сыға. 1963 йылда уға “РСФСР-ҙың ауыл хужалығы тармағында социалистик ярыштары отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирәләр. Ул яңғыҙы ике баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра.
Колхоз төрлө йылдарҙа төрлө исем йөрөтә. 1969 йылда уға В.И. Ленин исемен бирәләр.
Рәфит Заһит улы иһә Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын 1958 йылда тамамлап, тыуған колхозына эшкә ҡайта. Йәш белгес агроном булып эш башлай һәм колхоз рәйесе дәрәжәһенә үрләтелә. 39 йыл ул ошо еңел булмаған вазифаны башҡара.
Уның етәкселегендә колхоз гел иң алдынғылар рәтендә була, республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө ярыштарҙа еңеүсе исемен яулай. Мәҫәлән, 1984 йылда колхоз Союз кимәлендәге социалистик ярышта III дәрәжә диплом менн бүләкләнә, ә ике йылдан КПСС-тың Борай район комитеты “Кеше эше менән данлана” тип аталған сәйәси плакаттар ярышында беренсе урын яулаған колхозды диплом менән бүләкләй. 1996 йылда Рәфит Заһит улына - “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән, ә былтыр уға Борай районының почетлы гражданы тигән исем бирәләр. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы» исеменә лайыҡ була. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Ҡатыны менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр, шуларҙың дүртеһе атаһы юлын һайлап, ауыл хужалығы тармағында эшләй. Өлкән улдары Ришат Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, 1981 йылдан Ленин исемендәге колхозда эшләй. Бөгөн ул өлкән инженер вазифаһын башҡара. Азат К.А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай һәм шулай уҡ тыуған колхозына эшкә килә. Хәҙер ул ауыл хужалығы тармағында, икенсе хужалыҡта эшләй. Тағы бер улдары Айрат та Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем ала. 1991 йылда дипломлы белгес булып ҡайта. Әммә 1996 йылда фажиғәле һәләк була. Кесе улдары Ирек Бөрө ҡалаһында ДОСААФ-ты тамамлай, хәрби хеҙмәттә булып ҡайта. Шунан тыуған колхозында эшләй. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Ирек Рәфит улы «Уңыш-2021» республика конкурсында еңеүсе була, бүләккә Lada NIVA автомобилен ала.
Рәфит Заһит улы улдарын бала саҡтан хеҙмәткә өйрәтә. Улар мәктәп эскәмйәһенән сәсеү, уңыш йыйыу мәлендә баҫыуға сыға. Тәүҙә ярҙамсы булып, унан комбайн менән идара итә башлайҙар. Хәҙер иһә уның ейәндәре Рәшит менән Урал комбайн штурвалына ултырған.
Бөгөн ауыл хужалығы тармағында эшләгән ғаиләнең дөйөм хеҙмәт стажы 200 йыл тәшкил итә!
Һүрәттә: Ирек Рәфит улының Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан автомобиль асҡыстарын алған мәл.
Фото Нәжметдиновтарҙың ғаилә архивынан.