

Архангел районынан 17 йәшлек Нияз Муллағәлимов дауаханаға аппендицит арҡаһында килеп эләккәйне. Унда уның йөрәге туҡтап, үҙәк нервы системаһы эшлектән сыға. Йөрөй ҙә, үҙаллы ашай ҙа алмаған сирлене ыңғай һөҙөмтәгә өмөтләндермәй өйөнә ҡайтарып ебәргән инеләр.
Ошоға тиклем ата-әсә ваҡыттарын улдарын тәрбиәләүгә, дауалауға арнай. Һәм тырышлыҡ бушҡа китмәй: егет яңынан рулгә ултырыуға өлгәшкән. Бәхетһеҙлеккә тарығанға тиклем машина йөрөтөү уның яратҡан шөғөлө ине, ти яҡындары. Тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы артһын өсөн уға әҙерәк ҡапҡа эсендә йөрөргә рөхсәт итәләр икән.
Нияз велосипедта йөрөргә лә өр-яңынан өйрәнә. Был - яҡындарының йыл буйы яйлап-аҙымлап башҡарған тырышлығы һөҙөмтәһе. Тик бәләгә тарыған егет әле һаман һөйләшә алмай.
Дауаланыу дауам итә. Әле яңы этапҡа - нейромодуляция процедураһына әҙерләнәләр. Был йәһәттән ғаилә Екатеринбургтағы клиникаға ҙур өмөттәр һәм ышаныс бағлай. Бындай курс бушҡа уҙғарылмай - ул ғаиләгә 100 мең һумға төшәсәк.
Фото: news.myseldon.com