

Металл базаһы тирәһендә - Торфяной ҡасабаһында төнгө өстә трусикта ғына йөрөп ятҡан малайҙы тапҡандар. Дөрөҫөрәге, шунда йәшәгән ҡатын илау тауышы ишетеп барып сыҡҡан һәм әлеге баланы күргән. Ул үҙенең кем икәнлеген дә, ҡайҙан булыуын да әйтә алмаған.
"Ҡатын үҙ өйөнән йыраҡ түгел ерҙә күреп ҡалған уны. Малай үҙе тәрбиәлегә оҡшай: тырнаҡтары, сәсе киҫелгән, әүҙем, ҡырағай түгел, тик һөйләшә белмәй. Урындағы халыҡтан берәү ҙә таныманы, шуға "Ашығыс ярҙам" һәм полиция саҡырттылар", - тип һөйләгән ваҡиғаның бер шаһиты.
Полиция бүлегендә малайҙың ата-әсәһен тиҙ асыҡлағандар. Әлегә әйтеүҙәренсә, бала төндә әсәһе йоҡлаған ваҡытта сығып киткән. Ярай әле, яҡшы кешеләргә тап булып, артабан уны полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.
Бындай ваҡиғанан һуң баланың әсәһенә ҡарата бәлиғ булмағанды тейешенсә ҡарамаған һәм тәрбиәләмәгән өсөн административ протокол төҙөлгән.
Фото: ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.