Йәмғиәт
24 Август 2022, 05:30

Гектар уңышы 60 центнерға етә

Ниндәй хужалыҡ ошондай күрһәткескә өлгәшкән?

Гектар уңышы  60 центнерға етәГектар уңышы  60 центнерға етә
Гектар уңышы 60 центнерға етә

Дәүләкәндә урып - йыйыу эштәре нисек бара? Кисә районға сәфәребеҙҙең төп маҡсаттарының береһе ошо турала белеү ине. Әлеге көндә районда 27 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 90 мең тонна уңыш йыйып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 33,5 центнер тәшкил итә.

Ғаяз Ғабдрахманов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығында ла эш көйлө. Әлеге көндә ужым культуралары баҫыуҙарында уңыш тулыһынса йыйылған. Ужым бойҙайының гектар уңышы хатта 60 центнерға еткән. Башҡа культуралар ҙа һынатмай. Күпселек был хужалыҡта элиталы орлоҡтар сәсеүгә иғтибар йүнәлтелгән.

Бер үк ваҡытта киләһе йыл уңышы хәстәрләнә, әле 700 гектарҙа ужым арышы сәселгән, бойҙай -  800 гектар ниәтләнә.

- Ужым ҡышҡы ҡар һыуын, яҙғы дымды ҡулланып нығынып үҫә һәм ярауайҙар менән сағыштырғанда уңышы ла байтаҡҡа күберәк була, - ти хужалыҡ етәксеһе Ғаяз Баязит улы.

Баҫыуҙа тир түгеүсе комбайнсылар, водителдәр менән дә күрешеп һөйләштек. Улар тураһында мәҡәлә гәзитебеҙҙә  донъя күрер.

Автор фотолары.

 

 

Гектар уңышы  60 центнерға етә
Гектар уңышы  60 центнерға етә
Гектар уңышы  60 центнерға етә
Гектар уңышы 60 центнерға етә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас