

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары яугирҙәре хәрби әҙерлек үтеп, яҡын арала махсус хәрби операция барған ергә юллана.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы ике батальон да әҙерлек үткән урында булғайны. Яугирҙәр менән аралашҡанда Радий Хәбиров уларға махсус бурысты үтәүҙә уңыштар теләне.
“Хәрби әҙерлек нисек барғанын, күнекмәләрҙе нисек үтәүегеҙҙе күрҙем. Эш әүҙем бара. Башҡорт яугирҙәрен һәр саҡ ихтирам иттеләр, маҡтап телгә алдылар, – тине Радий Хәбиров. – Ә беҙҙең бурыс – һеҙгә ышаныслы тыл, ғаиләләрегеҙҙең именлеген һәм тыныслығын тәьмин итеү”.
Төбәк Башлығы муниципалитет етәкселәренә яугирҙәрҙең ғаиләләренә һәм яҡындарына даими ярҙам күрһәтергә, улар менән туҡтауһыҙ бәйләнеш булдырырға ҡушты. Әйткәндәй, күп кенә ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтары хәрби әҙерлек үткән ергә барып та ҡайтты.
“Бер нисә көн элек генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре менән күрештем. Егеттәр менән ихлас аралаштыҡ, кәйефтәре шәп. Улар хәрби бурысын намыҫлы үтәр, тип ышанам. Егеттәргә тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙы теләйем”, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
Күптән түгел яугирҙәрҙең эргәһенә Хәйбулла, Архангел, Ишембай райондарының хакимиәт башлыҡтары Рөстәм Шәрипов, Айрат Сәйетғәлин, Азат Ишемғолов та барҙы, уларға тиклем яҡташтары менән Салауат, Әбйәлил һәм Шишмә райондары башлыҡтары аралашҡайны.
“Доброволец булып, Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарға индерелгән ҡырмыҫҡалыларға теләктәшлек күрһәтмәй булдыра алманым. Әле улар икенсе төбәктә хәрби әҙерлек үтә һәм тиҙҙән хәрәкәт иткән армия сафына баҫа. Уҡыу йылы башланыр алдынан уларҙың ғаиләләренең хәлен белештек, канцелярия кәрәк-ярағы һатып алырға ярҙам иттек. Был – яҡташтарыбыҙ өсөн башҡара алған эштәребеҙҙең бер кескәй өлөшө генә. Иң мөһиме, уларға өйгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем”, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров.
Әле башҡорт батальондары хәрби әҙерлек үткән ергә Сибай ҡалаһы, Туймазы, Өфө, Күгәрсен, Бәләбәй райондарының хакимиәт башлыҡтары юлланды.
“Бөгөн туймазыларҙы – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт мотоуҡсылар батальоны доброволецтарын барып күрҙем. Егеттәр менән йылы аралаштыҡ, кәйефтәр көр. Уларға районыбыҙҙан бүләктәр тапшырҙыҡ. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә уңыштар теләнек. Яугирҙәребеҙҙең туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итербеҙ һәм бергәләп уларҙың әйләнеп ҡайтыуын көтөрбөҙ”, – тине Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов.
Фото: bashinform.ru/news
Сығанаҡ: bashinform.ru/news