

Тиҙҙән йәки 1 сентябрҙән “Легенды Орленка” тигән балалар өсөн мажаралы кинофильм (Башҡортостандың кинотеатрҙарында ҡарарға була) күрһәтеләсәк. Жанры буйынса ул – фантазия. Сюжеттың нигеҙенә изгелек менән яуызлыҡ араһындағы көрәш һалынған.
Фильм геройҙары, каникул осоронда, “Орленок” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә ял итергә килә һәм шунан бирле төрлө мажараралр башлана ла инде...
2020 йылда “Орленок” үҙәгенә 60 йыл тула, тәүҙә тап ошо юбилейға тура килтереп, фильды төшөрөргә уйлағандар. Шуныһы, кинофильмды ике йылдан ашыу төшөргәндәр. Сәбәбе – әлеге лә баяғы пандемия ҡамасаулаған. Ҡыҫҡаһы, “Легенды Орленка”ны быйыл тамамлағандар. Төп ролдәрҙе Александр Джеус, Екатерина Самуйлина башҡарған. Билеттарҙы “Пушкин картаһы” ярҙамында алырға мөмкин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.