Йәмғиәт
24 Август 2022, 15:00

Әсәйҙәр йоҡлаймы икән?..

Әбйәлил районында йәшәгән журналист һәм блогер Рәхимә Мусина быны белә.

Әсәйҙәр йоҡлаймы икән?..Әсәйҙәр йоҡлаймы икән?..
Әсәйҙәр йоҡлаймы икән?..

...Ғаилә кискеһен телевизор ҡарай ине. Әсә кеше урынынан ҡуҙғалды. “Ярай, ятайым, йоҡом килә, арығанмын”, - тине ул. Шулай ҙа башта кухняға атланы: иртәгә бешерәһе аш өсөн туңдырғыстан ит сығарырға кәрәк ине. Әсә бер юлы иртәнге бутҡаға тигән ярманы йыуып, ебей торһон өсөн өҫтөнә һыу ҡойҙо, шәкәр һауытын тултырып ултыртты, өҫтәл сепрәген сайып элде, бесәй һауытына һыу ҡойҙо. Шул саҡ, иҫенә төшөп, пальтоһының көндөҙ өҙөлгән төймәһен таҡты. Унан залда туҙышып ятҡан әйберҙәрҙе йыйып, урындарына һалып сыҡты, телефонын зарядкаға ҡуйҙы. Сәскәләргә һыу һипте, сүп-сар биҙрәһенең пакетын алмаштырҙы.

Ниһайәт, әсә йоҡо бүлмәһенә табан атланы. Юл ыңғайы ватсапҡа ата-әсәләр чатына күҙ һалды, уҡытыусының сәләмен уҡығас, балаһының сумкаһына музейға экскурсия өсөн аҡса һалды, ултырғыс араһына ҡыҫылып ятҡан китапты шкафҡа ҡуйып китте. Унан йыуынды, тешен таҙартты, битенә крем һөрттө.

- Бәй, һин һаман ятмағаныңмы ни? – тип килеп сыҡты атай кеше.

- Хәҙер, - тип яуапланы әсәй. Унан һуң да сығып, тышҡы ишекте бикләне, коридорҙа утты һүңдерҙе, ишек төбөндәге аяҡ кейемдәрен рәтләп теҙеп ҡуйҙы. Балалар бүлмәһенә күҙ һалды — йоҡлайҙар икән, уттарын һүндерҙе, иҙәндә туҙып ятҡан ойоҡбаштарҙы кер һауытына илтеп һалды. Йоҡо бүлмәһенә барып еткәс, план дәфтәренә иртәгә башҡарырға тейешле бер нисә мөһим эште теркәне.

Был мәлдә атай кеше телевизорҙы һүндерҙе лә: “Мин йоҡларға киттем”, - тине. Һәм, ысынлап та, тура йоҡо бүлмәһенә атланы. Күп тә үтмәй унан хырылдаған тауыш ишетелде...

Әсәй кеше яттымы ул, йоҡланымы — берәү ҙә белмәне. Иртән ғаилә ағзаларының тороуына ул бутҡаһын бешереп, сәйен ҡайнатып, эшкә китергә әҙерләнеп йөрөй ине...

Рәхимә Мусина.

Фото: userapi.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас