

Иртәгә Өфө почтамтында “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” почта маркаһын ғәмәлдән сығарыу буласаҡ.
2020 йылдан Өфө Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Бындай мәртәбәле исем Бөйөк Ватан һуғышында хәрби һәм гражданлыҡ продукцияһы менән фронтты өҙлөкһөҙ тәьмин итеп еңеүгә өлөш индергән ҡалаға бирелә, тап ошонда хеҙмәт батырлығы сағыла. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеме Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән бирелә, ул 2020 йылда Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән.
Бөгөн Рәсәйҙең 45 ҡалаһы ошондай маҡтаулы исемде йөрөтә. Өфөнән тыш, был исемлеккә Екатеринбург, Ижевск, Иркутск, Ҡазан, Магнитогорск, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Омск, Пермь, Һамар, Ульяновск, Силәбе, Ярославль һәм башҡа ҡалалар инә.
Төбәк һәм муниципалитет властары ҡаланың айырым статусын иҫәпкә алып, хәрби-тарихи һәм хеҙмәт мираҫын һаҡлау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә тейеш. Шулай уҡ ҡала халҡын, бигерәк тә йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү ҙә иғтибар үҙәгендә.
2021 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаттары башланғысы менән Рәсәйҙә рәсми почта продукцияһын сығарыусы “Марка” акционерҙар йәмғиәте “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалалары” почта маркаларының махсус серияһын булдырҙы. Почта әйләнешенә Екатеринбург, Новосибирск, Һамар һәм Силәбе ҡалаларына арналған маркалар сыҡты. Марканы тантаналы рәүештә ғәмәлдән сығарыу иң элек Һамар ҡалаһында булды. Унда Федерация Советының беренсе вице-спикеры, “Берҙәм Рәсәй” партияһының генераль советының секретары Андрей Турчак, Мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” генераль советы секретары урынбаҫары Александр Хинштейн һәм башҡалар ҡатнашты.
Быйыл 25 августа, йәғни бөгөн почта әйләнешенә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалалары” серияһының сираттағы почта маркалары индерелә. Улар Өфө, Ижевск, Омск, Һарытыу, Ярославль һәм Магадан ҡалаларына арналған. Өфөгә арналған маркала баш ҡалабыҙҙың Еңеү паркында урынлашҡан тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленең бер өлөшө һүрәтләнгән.
Марка менән бергә “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” махсус почта мисәте лә почта әйләнешенә сыға, ул марка сыҡҡан көндө генә ғәмәлдә була. 25 августа барлыҡ алты ҡалала ла маркаға мисәт ҡуйырға мөмкин.
Фото: Башинформ.