Йәмғиәт
25 Август 2022, 10:00

Мәскәүгә – Башҡортостан Республикаһы көнөнә!

"Сағыу сара көтөлә, килегеҙ!"

Мәскәүгә – Башҡортостан Республикаһы көнөнә!Мәскәүгә – Башҡортостан Республикаһы көнөнә!
Мәскәүгә – Башҡортостан Республикаһы көнөнә!

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рус география йәмғиәте фестивалендә иртәгә Башҡортостан көнө үткәрелеүе тураһында белдерҙеләр.

“Зарядье” паркында Рус география йәмғиәте фестивале уҙғарыла. Республика унда ысын башҡорт тирмәһен ҡорҙо. Байрам ҡунаҡтары биҙәкле туҡымаларҙы, һуғылған балаҫтарҙы, сигелгән һөлгөләрҙе, милли биҙәүестәрҙе күреү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ уҡ атырға, сигергә, түшелдеректәр яһарға, күн эшкәртергә, кейеҙҙән балаҫ баҫырға өйрәнә ала.

26 августа фестиваль ҡунаҡтарын Башҡортостан көнөнә көтәбеҙ. Ойоштороусылар “Һабантуй” спорт-уйын программаһын әҙерләне. Шулай уҡ кинозал астылар. Унда “Торатау” геопаркы тураһындағы комикс буйынса йәнһүрәт, “Өс таған” фильмы һәм легендар штурман Валериан Альбановтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған “Көньяҡҡа, Франц-Иосиф еренә табан” документаль таҫмаһын күрһәтәләр.

 “Аҡ тирмә” фольклор коллективы, “Хазина” вокаль-хореография ансамбле, “Самрау” бейеү коллективы ҡатнашлығындағы ҙур концерт байрамға йәм өҫтәр. Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Рената Бәҙәмшина үҙҙәренең йырҙарын бүләк итә. Шулай уҡ “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары сығыш яһай.

Сағыу сара көтөлә, килегеҙ! Тантана көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана”, – тип хәбәр ителә республика Башлығы Хакимиәтенең сәхифәһендә.

Фото: vk.com/glavbash

Сығанаҡ: vk.com/glavbash

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас