Йәмғиәт
25 Август 2022, 11:30

"Патриот" премияһында ҡатнашығыҙ

Премияла илебеҙҙең бәлиғ булған граждандары һәм юридик берәмектәр, шулай уҡ башҡа илдәрҙә йәшәгән йәки эшләгән рәсәйҙәр ҡатнаша ала

"Патриот" премияһында ҡатнашығыҙ"Патриот" премияһында ҡатнашығыҙ
"Патриот" премияһында ҡатнашығыҙ

Петербургта декабрҙә Бөтә Рәсәй патриотик форумы барышында “Патриот – 2022” милли премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы буласаҡ.

Премияла илебеҙҙең бәлиғ булған граждандары һәм юридик берәмектәр, шулай уҡ башҡа илдәрҙә йәшәгән йәки эшләгән рәсәйҙәр ҡатнаша ала.

Дәғүәселәр өсөн төп шарт – ватандаштарын гражданлыҡ-патриотик тәрбиәләүгә йүнәлтелгән уңышлы социаль мөһим проекттарҙың һәм башланғыстарҙың булыуы.

Заявкалар премияпатриот.рф сайтында 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Премияны ойоштороусы – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, операторы – “Рәсәй балаларҙы һәм йәштәрҙе гражданлыҡ һәм патриотик тәрбиәләү үҙәге”.

Проект “Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында бойомға ашырыла.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас