

Башҡортостанда федераль программа нигеҙендә мәктәптәргә капиталь ремонт үткәрелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғона ярашлы, мәктәптәргә капиталь ремонт үткәреү программаһы уңышлы эшләй. Мәҫәлән, 2026 йылға хәтлем 365 мәктәпте исемлеккә индерергә уйлайҙар. Ике йыл һуҙымында республикабыҙҙа 197 белем усағы ремонтланған.
Ысынлап та, Башҡортостанға федераль бюджеттан ҙур күләмдә аҡса йүнәлтелгән. Туғыҙ миллиардтан ашыу аҡсаның килеүе шуға асыҡ миҫал. Сағыштырыу өсөн: быға тиклем ошо маҡсат өсөн республикабыҙ кәмендә 600 миллион һум ғына аҡса бүлә ала ине.
Федераль ярҙамды алыусылар араһында Стәрлебаш районынан белем биреү учреждениелары – Стәрлебаш ауылындағы башланғыс мәктәп һәм Тәтер-Арыҫлан ауылындағы урта мәктәп тә бар.
Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ренат Кәримов әйтеүенсә, белем усаҡтарының барыһында ла быйыл 1 апрелдә капиталь ремонт башланған, улар уҡыусы балаларҙы тиҙҙән йәки 1 сентябрҙә ҡабул итәсәк.
Фото: www.tomsk.ru