Йәмғиәт
25 Август 2022, 08:45

Әсә менән баланы үлтереүселәр табылған

Был ҡатынды әхирәт тип әйтергә лә тел бармай... 

Әсә менән баланы үлтереүселәр табылғанӘсә менән баланы үлтереүселәр табылған
Әсә менән баланы үлтереүселәр табылған

Пермь ҡалаһында юғалған яҡташтарыбыҙ – Ишембайҙан Таисия һәм уның биш йәшлек ҡыҙы Настяны үлгән килеш тапҡандар тип хәбәр иткәйнек. Әле иһә уларҙы үлтереүселәр ҙә асыҡланды. Был эште Тәфтиш комитетының Пермь крайы буйынса идаралығы белгестәре тикшерә. Уларҙың матбуғат хеҙмәте түбәндәге мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

Баҡһаң, ҡатын менән бала алдан хәбәр ителеүенсә, Пермь ҡалаһында түгел, ә крайҙың Ласьва тигән ҡасабаһында булған. 17 август көндө Таисия, уның ҡыҙы һәм әхирәте бер ир менән бергә булғандар. Әйтелеүенсә, ҡатындар араһында электән ниндәйҙер низағ булған, шул сәбәпле әхирәте теге ир менән бергә яҡташтарыбыҙҙы үлтерергә була. Ир тәүҙә бысаҡ менән ҡатындың йәнен ҡыя, аҙаҡ баланы быуып үлтерә. Бынан һуң икәүләшеп кәүҙәләрен машинаға һалып урманға алып баралар һәм күмәләр.

Әле енәйәтселәр ҡулға алынған. Һорау алған саҡта 49 йәшлек әхирәт һәм уның 1982 йылғы әшнәһе үлтереүгә ҡатнашлыҡтары булыуын таныған. Ҡатын кәүҙәләрҙе ҡайҙа йәшергәнен әйткән.

“Енәйәтселәрҙе һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Тәфтишсе тейешле суд экспертизаларын тәғәйенләгән, тикшереү һәм процессуаль эштәр комплексын алып бара. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә”, - тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең Пермь крайы буйынса Тәфтиш комитетында.

Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин хәлде контролгә алды.

Фото: Уфа1. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас