Йәмғиәт
25 Август 2022, 17:15

Шулай ҙа була икән!

Ҡала уртаһында һыу фонтаны урғылған!

Шулай ҙа була икән!Шулай ҙа була икән!
Шулай ҙа була икән!

 

Бөгөн Өфөлә Галле округы районында гидравлик һынауҙарҙан һуң ер аҫтынан фонтан урғылған. Был хәл магистраль һыу торбаһының зарарланыуы арҡаһында килеп  сыға. Авария урынына   ремонт бригадаһы йүнәлтелгән.

Килеп тыуған уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә саҡыра “БашРТС” белгестәре.

Бына шулай, уйламаған ерҙә ҡала уртаһында һыу аҫтында ла ҡалыуың да бик ихтимал!

Фото: ru.wikipedia.org

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас