

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдуктың йәштәр мәнфәғәте менән яныуы маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, Башҡортостанда йәштәр – бер миллион тирәһе.
– Тиҙҙән миллионлы Өфө ҡалаһы йәштәр менән туласаҡ, 1 сентябрҙә бөтә белем усаҡтарында ла уҡыуҙар башлана, – тип һөйләй Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. – Урта махсус уҡыу йорттарында һәм юғары уҡыу йорттарында белем эстәүсе ҡыҙ һәм малайҙарҙың буш ваҡытын файҙалы итеп үҙғарыу өсөн бай йөкмәткеле программа төҙөлдө, айырыуса беренсе курс студенттарына улар бик тә файҙалы һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Ошо айлыҡ үҙенең эсенә “ЗнанияPARTU” студент фестивален, “Йәштәр йыйыны – 2022” тигән Волга буйы федераль округының йәштәр форумын, “Патриот” хәрби-патриот паркындағы геройҙар уҙышын, шулай уҡ республикабыҙҙың спорт объекттарына экскурсияларҙы, “Культурный минимум уфимца” акцияһын, беренсе курс студенттары өсөн Өфө квестын һәм башҡа сараларҙы ала.
Яна Александровна әйтеүенсә, студент саҡ – иң күңелле саҡ. Төп эштәре уҡыуҙан тыш төрлө йәмәғәт сараларында ҡатнашҡан йәштәр киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуя, был – үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамауҙан арындыра.
Фото: Илдар Аҡъюлов.