Йәмғиәт
26 Август 2022, 13:22

Бәләкәй Сара (Эссе)

Һәр ауылда өмөт йондоҙо балҡығандай.

Нәсих Хәлисов фотоһы.Нәсих Хәлисов фотоһы.
Фото:Нәсих Хәлисов фотоһы.

Ел ҡапҡаны һаҡ ҡына асып, йәм-йәшел бәпкә үләне ҡаплаған ихатаға үтәм. Ҡапҡаға ҡаршы асыҡ тәҙрәнән, осоп китерҙәй булып, елкәндәй ап-аҡ пәрҙәләр елберҙәй. Шунан ағылған моңло йырҙан кинәт туҡтап ҡалам:

Һинһеҙ үтә, тиңһеҙ үтә

Иртәләрем, кистәрем...

Өйгә инергә баҙнат итмәйенсә, һап-һары итеп ҡырып йыуылған күтәрмәгә барып ултырам. Солан, йорт ишеге шар-асыҡ. Моңло йыр, өй эсенә һыймайынса, ишектән дә, тәҙрәнән дә ағылған кеүек:

Айына түҙәм, йылына түҙәм,

Мәңгелеккә нишләрмен...

Шул саҡ өй эсенән һулҡылдап илаған тауыш ишетелә. Мин ашы­ғып инәм дә, ишек яңағына һөйә­леп, һүҙһеҙ ҡалам. Асылмалы тәҙ­рәгә ҡаршы өҫтәл янында, башын өҫтәлгә һалып, үкһеп-үкһеп илап ултырған Сара әбейҙе күргәс, нимә эшләргә белмәй ҡаушайым. Өҫтәл­дәге радиоалғыс алдында фото­һүрәт тора. Кемдер барын һиҙеп­ме, әбей кинәт ишеккә боролоп ҡарай һәм, ашығып күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, миңә ҡаршы атлай.

– Бәй, ҡунаҡ бар икән дә. Ә мин бында балауыҙ һығып ултырам. Шул инде яңғыҙ кешенең тормошо. Бер йырлайым, бер илайым, – тип ике ҡуллап күрешеп, арҡам­дан яратып, түргә әйҙәй. Мин һүҙ­һеҙ генә күстәнәстәремде өҫтәлгә ҡуям да уға төбәләм.

– Еңеү көнө яҡынлаша бит. Күңелем тулып китте. Өмөтөм тағы яңырҙы. Инде илле йылға яҡын ғүмер үтһә лә, “бәлки” тигән ышаныс үлмәй шул...

Әйтеп, һөйләп ҡалырға ашыҡ­ҡандай, өҫтәленә сәй әҙерләй-әҙерләй, Сара әбей зарын теҙә:

– Эй, был һуғыш тигәнең, боҙҙо бит беҙҙең яҙмыштарҙы. Үлем хәбәре килгәндәр һау-сәләмәт ҡайтып төшкән осраҡтар булды. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙан да әйләнеп ҡайтыусылар бар бит... Бәлки, иҫәндер әле, яңылыш хәбәр булғандыр тип, көтәм дә көтәм, көтәм дә көтәм. Гел ҡайтып инер кеүек. Эшкә барһам, гелән ашығып ҡайтам, бәлки, ихатала көтөп торалыр, тим. Улым, берҙән-берем, Илһамым, үпкәһенә һалҡын тейеп, бала ғына килеш ауырып үлеп китте. Ҡарау ҙа етешмәгәндер инде сабыйыма. Беҙ бит, “Бөтәһе лә – фронт өсөн, бөтәһе лә – Еңеү өсөн” тип, көн-төн тимәй, ал-ял белмәй эшләнек. Кистәрен ултырып, ҡатын-ҡыҙ күмәкләшеп ойоҡ­баш, бирсәткә, бейәләй бәйләй торғайны. Улар эсенә йылы, матур хаттар яҙҙырып тыға ла фронтҡа ебәрә инек. Эй, мин бәйләгән ойоҡбаш-бейәләйҙәр Ғүмәремә барып юлыҡһын ине, тип теләй торғайным. Хоҙай яҙмаған эш булмаҫ, бәлки, ул кейеп ҡыуаныр, тип өмөтләнә инем. Көтмәнем түгел, көттөм, ҡыҙым. Көнө-төнө көттөм мин Ғүмәремде. Ел-дауылдар, бурандар тәҙрә, ишегемде ҡаҡҡанда ла, ул ҡағалыр кеүек ине. Йүгереп сығып өндәшер инем. Тик бер яуап юҡ. Бер көн ҡайтып керһә, ҡатыным ялҡауға әйләнгән икән, тип уйламаһын тип, тырышып донъя көттөм. Һыйырын да аҫра­ным, һарығын да, ҡош-ҡортон да. Ауылда унһыҙ булмай. Һыйлы кө­нөң һыйырҙа бит. Ғүмәрем ҡайтып керһә, һалҡын ҡатыҡтан айран эшләп бирермен, өҫтәлгә тәмле ҡай­маҡ ултыртырмын, тип запас­һыҙ торманым, тырыштым. Ирле­ләр менән ярышып донъя көтә, нимәгә икән уға мал-тыуар, ҡош-ҡорт, тип һүҙ ҙә ишеттерҙеләр. Бирешмәнем, эш менән баҫтым күңелем һағыштарын, йөрәгем ярһыуҙарын.

Сара әбейҙең һүҙҙәренән күңел тулып китә. Әбейҙе яурынынан ҡосаҡлап алам да өнһөҙ генә баҫып торабыҙ. Ул бер аҙ тыныслана, мине табынға саҡыра, сынаяҡтарға сәй ҡоя.

– Күрәһеңме ҡаршы тауҙағы ҡарағай урманын? Ғүмәрем һуғыш­ҡа киткәндә бер ағасһыҙ тау ине ул. Бөтә ауыл менән күмәкләп ағас ултырттыҡ. Ана ниндәй матур урман булып ултыра! Ғүмәрем ҡайтып күрһә, аптырар инде...

Уның йондоҙҙай күҙҙәренә тағы йәш эркелә. Әбей, сигелгән алъяп­ҡысы итәге менән йәштәрен һөртә лә, ғәйепле йылмайып:

– Бына шулай, көтә-көтә илаҡҡа, моңлоға әйләнеп бөттөм инде, –  тип өҫтәй.

Эйе, бик матур йырлай ине Сара әбей. Байрам табындарында, мәжлестәрҙә бер инәлтеп торманы. Йырла әле, тиһәләр, моңло итеп һуҙып ебәрер ине. Ауылыбыҙҙа Сара исемлеләр күп булғас, уларҙың һәр береһен ирҙәренең исемен ҡушып йөрөтәләр ине: Мөхәмәҙиә Сараһы, Рауил Сара­һы, Бәхетгәрәй Сараһы, Ғүмәр Сараһы... Сара әбейҙе ҡатын-ҡыҙ үҙ-ара “бәләкәй Сара” тип тә йөрөтә ине. Ысынлап та, бәләкәй генә ине ул буйға. Олоғайғас та бит остары янып, күҙҙәре йондоҙ­ҙай балҡып торҙо. Асыҡ йөҙлө, мөләйем, матур, татлы телле ине әбейебеҙ. Кешене өмөт йәшәтә бит, өмөтөм һүрелмәгәс, йәшәйем әле, тиер ине. Һәйкәл ҡуйырҙай тол ҡатындар илебеҙгә һибелгән дә һәр ауылда өмөт йондоҙо булып балҡығандай тойолоп китә, Сара әбейҙе иҫкә төшөрһәм. Оло йөрәк­ле бәләкәй Сара тоғролоҡ һәйкәле булып һынлана күҙ алдымда.

-  Гөлшат САМАТОВА

Читайте нас