Йәмғиәт
26 Август 2022, 13:20

Баҡса өйөндәге осрашыу

Мутлашыусылар һәм алданған йәндәр.

yandex.ruyandex.ru
Фото:yandex.ru

– Был нисек килеп сыҡты һуң әле? – тип үҙенән әленән-әле һораны Фирүзә. Ул ҡараңғы көҙгө урам буйлап юлды ла абайламай килә. Ҡар ҡатыш һалҡын ямғыр биттәрен ҡамсылай. Ҡатын, йыл элек булған ваҡиғаны бөгөн дә иҫенә төшөрөп, яңаҡтарынан йәш ағыуын да һиҙмәй ине.

Ул Фәнилде беренсе тапҡыр ата-әсәләр йыйылышында күрҙе. Фирүзә мәктәптә күптән инде уҡытыусы булып эшләй, ире лә, балалары ла юҡ. Класс етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, ул ата-әсәләрҙе йыйып алып, танышырға булды. Фәнил үҙен ышаныслы тотоуы, ыҫпай кейенеүе менән шунда уҡ иғтибарын йәлеп иткәйне. Һөйләшеүе лә тыныс ҡына, әммә үҙе һөйләгәнде барыһының да тыңлауына, фекеренә ҡолаҡ һалыуына ирешә белә.

Йыйылыштан һуң ул тороп ҡалды ла педагогтан малайы тураһында оҙаҡ ҡына һорашты. Улы һәләтле генә бала, тик бына тәртип яғы аҡһай. Фирүзә лә уға шул турала һөйләргә, асыҡ итеп аңлатырға тырышты.

Фәнил, баланы тәрбиәләү буйынса кәңәш һорап, уға йыш мөрәжәғәт итер булып китте, бер саҡ хатта кафеға сәй эсергә лә саҡырҙы. Бер ай самаһы үтеүгә, улар бер-береһенә тартылыуын аңлай башлағайны инде. Фәнил мөнәсәбәттәренең рәсми кимәлдә теркәлеүен теләне, ЗАГС-ҡа барырға өгөтләне.

Ҡатын иһә яуап бирергә ашыҡманы. Хистәренә бик ышанып бармай ине ул. Бер ауыҙы бешкән кеше һыуҙы ла өрөп ҡаба, ти бит. Ахырҙа ризалашты. Фәнилдең улы Азамат ваҡиғаларҙың шундай төҫ алыуына бик шат түгел ине, әммә бала кешенән берәү ҙә һорап торманы.

– Беләһеңме, ҡәҙерлем, ир менән ҡатын булып йәшәй башлағас ни, беҙгә торлаҡ майҙанын киңәйтеү тураһында ла уйлай башларға кәрәктер, – тине Фәнил бер көн киске аш мәлендә. Һәм дауам итте:

– Бер шәп идея бар. Мин үҙемдең фатирымды һатам, һин – үҙеңдекен. Икеһен бергә ҡушабыҙ ҙа ҡала ситендә ҙур йорт һатып алабыҙ. Ни әйтерһең?

Фирүзә ҡапыл ғына нимә әйтергә лә белмәй, ҡалағы менән сәйен  болғаны. Бындай тәҡдимде көтмәгәйне ул. Фатир уға әсәһенән ҡалған һәм үҙе лә ғүмер буйы шунда йәшәне, айырылғыһы килмәй бит әле...

– Әйткәндәй, һинең дачаны ла һатырға мөмкин, – тип йылмайҙы Фәнил. – Йорт һалһаҡ, эргәһендә былай ҙа баҡсаһы буласаҡ бит. Әллә ҡайҙа барып йөрөйһө, юлға ваҡыт һәм аҡса әрәм итәһе лә булмаясаҡ.

– Юҡ, юҡ, дачаны һатмаясаҡмын! – тине ҡатын ҡырҡа ғына.

Баҡсалағы йортто атаһы үҙ ҡулдары менән төҙөгәйне, шуға ул Фирүзә өсөн үтә ҡәҙерле.

– Юҡ икән, юҡ, һин хәл итәһең, – тине ире. – Мин яҡшыраҡ булһын тип тырышам.

Фәнил күпмелер ваҡыттан һуң был теманы тағы күтәрҙе. Уның раҫлауынса, Азамат саф һауаға мохтаж, малай сирләшкә булып үҫә, күберәк йөрөргә кәрәк, ә ҡала фатирында бындай шарттар юҡ. Шундай көндәлек өгөтләүҙәр һөҙөмтәһендә Фирүзә фатирын һатырға ризалашты. Уға һатып алыусы табыу һәм документтар тултырыу күп ваҡытты алманы.

Фәнил аҡсаны үҙенең банктағы иҫәбендә һаҡларға тәҡдим итте. Шулай уңайлыраҡ та, хәүефһеҙерәк тә, тине ул. Иренә ышаныслы һәм йүнсел хужа тип ҡарай башлаған ҡатын быныһына ла тиҙ генә ризалашты. Фәнил һәр саҡ айыҡ аҡыл менән эш итә лә-баһа!

Үҙҙәренә оҡшаған йортто һайлаған осорҙа улар бер фатирҙы ҡуртымға алып йәшәп торҙо. Ахырҙа күстеләр. Фирүзәгә был йорттоң ире менән улына оҡшауын күреп тороуы күңелле ине. Күсеп бер аҙ тороуға ремонт башланылар. Әммә бер заман ҡатын һәр нәмәне иренең үҙе генә хәл итеүен, уның ризалығын һорап тормауын, кәңәшләшмәүен тойомланы.

– Әйҙә, бында Азаматтың бүлмәһе булһын, – тине ул ремонт барышында.

– Юҡ, уның бүлмәһе икенсе ҡатта буласаҡ! – тип ҡырт киҫте Фәнил.

– Икенсе ҡатта беҙҙең йоҡо бүлмәһе булыр, тип уйлағайным...

– Һин ҡыҫылмай ғына йөрө әле, үҙем беләм!

– Туҡта әле, был беҙҙең уртаҡ йорт түгелме ни?! Һин ниңә улай ҡыланырға булдың? – тип асыуланып өндәште Фирүзә.

– Беҙҙең йорт? Уныһын ҡайҙан алдың тағы? Был – минең һәм Азамат улымдың йорто, бында беҙ хужа, төшөндөңмө?

– Нисек инде – һеҙ хужа?! Йорт һатып алғанда аҡсаның яртыһын мин бирҙем бит!

– Ә быны раҫлаған документ бармы? Нотариус ҡул ҡуйғанмы? – тип мыҫҡыллы көлдө Фәнил. – Һаташмай ғына йөрө! Хәйерсе уҡытыусының йорт һатып алырлыҡ аҡсаһы булыуына бер кем дә ышанмаясаҡ! Һин үҙ урыныңды бел, йәме!

Бындай һүҙҙәрҙән Фирүзәнең башы әйләнеп, аңы томаланып киткәндәй булды. Ул баҫҡыс тупһаһына ултырҙы, ә был мәлдә икенсе ҡаттан Азамат төшөп килә ине. Малай үгәй әсәһенең үтергә юл ҡалдырмауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

– Атай, хатта иркенләп йөрөп тә булмай бында, шул ҡатынды ҡасан ҡыуып ҡайтараһың инде?! Мәктәптә көн һайын мыжығаны етмәгән...

Фирүзә шул саҡта ғына үҙен төп башына ултыртҡандарын аңланы. Ул торҙо ла шунда уҡ әйберҙәрен йыйырға тотондо.

Көҙгө ямғыр һәм күҙ йәштәре уға атларға ла ҡамасаулай ине. Ҡайҙа барырға? Фатиры юҡ хәҙер. Мәктәптән дә, ирен тыңлап, эштән киткәйне... “Унда эшкә йөрөргә йыраҡ, һине көн һайын машина менән алып барырға ваҡытым да юҡ, бензин да күп китәсәк... Яҡынданыраҡ эш табырбыҙ”, – тигәйне Фәнил. Ғүмер буйы тиерлек эшләгән кабинетын Фирүзә яңы ғына университет тамамлап килгән ҡыҙға тапшырҙы.

“Ҡайҙа барырға һуң?! – тип әсенде ул. – Туҡта, дачаһы бар бит! Әлдә генә уныһын һатмаған!”

Ҡалтыранған ҡулдары менән смартфонын алып, такси саҡырҙы. Ниһайәт, ул үҙенең баҡса йортонда. Бында уның йәй башынан уҡ булғаны юҡ. Берәҙәктәр инеп эҙләнеп йөрөгән ахыры – әйберҙәр туҙып ята. Хужа­һының оҙаҡ ваҡыт килмәгәнен белгәндәрҙер инде. Тышта һалҡынайта башлағас, баҡса йортонда ла йылы түгел. Ул тыштан иҫке ботаҡтар индереп, секатор менән көс-хәлгә ҡырҡҡылап, мейес яғырға уйланы.

Бәй, шырпы ла юҡ икән дәбаһа! Нисек усаҡ тоҡандырырға? Күршеләргә сығып күҙ һалырға булды. Бер йортта ғына тәҙрәнән тоноҡ ут төшкән һымаҡ. Фирүзә шунда йүнәлде.

– Хужалар өйҙәме? – тип ишеген туҡылдатты ул.

Өй эсендә кемдер ҡыштырҙаған кеүек булды, нимәлер ҡоланы. Шунан тынлыҡ урынлашты.

– Кемдер бар бит, күрҙем! Асығыҙ әле, миңә шырпы ғына кәрәк! – тип ҡабатланы Фирүзә.

Ишек асылды, унан сал һаҡаллы бабайҙың башы күренде.

– Уй, мин һеҙҙе белмәйем! Бында Әхмәтовтар йәшәй ине түгелме?

– Берәҙәк мин, – тине ҡарт. – Ямғырҙан ҡасып индем, бер нәмәне лә ватмайымсы...

– Ә шырпың бармы?

–   Бар, әлбиттә! – тип ихлас яуапланы бабай.

– Әйҙәгеҙ, минең менән – мейесте тоҡандырырға ярҙам итерһегеҙ, сәй ҙә эсерермен.

Оло кеше аҙ-маҙ әйберҙәрен алды ла ҡатын артынан йүнәлде.

Бер аҙҙан мейестә дөрләп ут яна ине. Бабай ҡайҙандыр балта табып алды һәм бысылып ерҙә ятҡан ҡарт алмағастарҙың ботаҡтарын киҫкеләп алып килде.

– Тәүге мәлгә етер әле, – тине ул.

Сәй эскән арала улар бер-береһенең әсе яҙмыштары менән уртаҡлашты. Баҡһаң, тормоштары ла оҡшашыраҡ икән. Йәүҙәт бабай шиғыр яҙа, йыш ҡына баҫып та сығаралар икән. Хәләл ефетенең вафат булғанына ла байтаҡ ғүмер уҙған.

Бер саҡ көтмәгәндә уның йортона йәш ҡатын килеп инә. Йәүҙәттең ҡатынының туған тейешле кешеһе тип таныштыра ул үҙен. Етмәһә, төҫ-башҡа ла ҡатынына оҡшап тора. Шуға бабай ҙа уны ҡунаҡсыл ҡабул итә.

Йәүҙәттең фатирында күпмелер йәшәгәс, был ҡатын бабайҙы иркенерәк фатир һатып алырға күндерә, үҙенең дә аҡса өҫтәйәсәгенә ышандыра. Тик, аҡсаны ҡулға төшөрөү менән, ул юҡҡа сыға. Олоғайған көнөндә Йәүҙәт урамда тороп ҡала.

– Һеҙ шиғыр яҙаһығыҙмы ни? – тип  һоҡланыуын йәшерә алмай Фирүзә. – Уларҙы баҫтырырға һәм аҡса эшләргә мөмкин бит!

– Хәҙер насар күрәм шул, – тип көрһөндө бабай. – Компьютерым да юҡ инде, һатырға тура килде...

– Уның ҡарауы, минең ноутбук бар! – тине Фирүзә. – Белемем буйынса мин филолог, бергәләп ижад итәйек, журналдарҙа таныштарым да байтаҡ, икәүләп тауҙар аҡтара алабыҙ!

... Ике айҙан ысын ҡыш башланды. Баҡса йорттары ҡар аҫтында саҡ күренгән һымаҡ. Ә Фирүзәнең иҫке йортонда йылы, уңайлы. Мейестә ҡайын утындарының сытырҙап яныуы күңелгә һиллек бирә. Уларҙы бабайҙың бер дуҫы килтереп ауҙарып киткәйне. Кухняла бәлеш һәм аш еҫе аңҡый. Уларға ҡайҙандыр аҙашып килеп ингән бесәй балаһы иҙәндә кәнфит ҡағыҙын ҡыштырҙатып уйнай. Йәүҙәт шиғырҙарын уҡый, Фирүзә уларҙы ноутбугында баҫа ине, ә бөгөн   Йәүҙәттең йәшәү илһамы артҡан кеүек: ул Фирүзә исеменән судҡа дәғүә яҙырға ултырҙы – законлы никахта булғас, Фәнил хәҙер элекке ҡатынына йорттоң яртыһын бүлеп бирергә бурыслы! Иртәгә Йәүҙәт уны таныш адвокатына күрһәтергә алып бара. Ғәҙеллек тантана итер, моғайын...

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас