

Рәзилә Иҫәнбаева-Ҡотлогилдина Күгәрсен районының Бикес ауылында донъяға килгән. Әле Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханала башҡорт әҙәбиәте секторы мөдире булып эшләй. “Йылдың иң яҡшы китапханасыһы” республика конкурсында (2005), “Тамаша” журналының республика сценаристар конкурсында (2011), Бәләбәй ҡалаһындағы “Илһам шишмәләре” республика конкурсының “Шағир һәм ваҡыт” номинацияһында (2011) еңеүсеһе. Салауат районында үткән Байыҡ сәсәндең тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған республика сәсәндәр конкурсы (2012) лауреаты. Китапхана эргәһендәге “Ағинәй” йәмәғәт клубын ойоштороусы (2013), “Илһам шишмәләре” шиғриәт клубы етәксеһе (2007); Фаил Абдраҡов исемендәге һәүәҫкәр композиторҙарҙың республика конкурсы дипломанты. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты, “Алтын көҙ” исемле шиғри йыйынтыҡ авторы (2020).
– Рәзилә, һинең йыл да ваҡытлы матбуғат баҫмаларына күпләп яҙылыуың билдәле. Үҙеңдең дә мәҡәләләрең йыш донъя күрә.
– Гәзит-журналға яҙылыр өсөн ҡомалаҡ, муйыл тапшырабыҙ. Көн-төн тиерлек муйыл тирәм. 15-20 күнәк булып китә. Әсәйем тарттырып ала. Ул бешергән ризыҡтың тәме һаман телемдә. Мейестә ҡабаҡты быҡтыра ла, итсәһен айырып алып, тарттырылған муйыл менән бутай. Бәләкәй генә йоморсаҡтар яһап туңдыра. Шуны ҡыш буйы имеп йөрөй торғайныҡ. Үҙенә күрә витамин булғандыр инде.
Әсәйем бөтә гәзит-журналдарҙы айырым йыйып бара торғайны. “Башҡортостан”ды “ҙур гәзит” тип йөрөттө. Уға иң түрҙән урын булыр ине. Бер ҡасан да йырттырманы, тотондорманы. Шуға ла бала саҡтан ошо абруйлы баҫмаға ихтирам һаҡланды. Һәр һанын ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Ағинәйҙәремде, китапхана хеҙмәткәрҙәрен яҙҙырам.
– Һинең республикала белмәгән кешең юҡ тиерлек. Һәр кем менән тиҙ генә уртаҡ тел табаһың. Зәйнәб Биишева һине бик яратҡан, тиҙәр.
– Студент саҡта йыш йөрөнөм яҡташыма. Зәйнәб апай гел Ҡасим Аҙнабаев менән бергә тышта эскәмйәлә һөйләшеп ултыра торғайны. Уның сәйәси золом ҡорбаны икәнен дә яҙыусынан ишеттем.
“Студент ғүмер буйы ас йөрөй торған, әйҙә, башҡортсалап ашатайым һине”, – тип Зәйнәб апай алдыма табаҡ тулы ит ҡуя, самауыры шыжлап ҡайнап ултыра. Эй, бәхетле замандар. Шунда фотоға ла төшөп ҡалынмаған бит. Йәшлегем менән осрашыуҙарҙың ҡәҙерен белмәгәнмен. 1996 йылдың 8 авгусында Зәйнәб Биишеваны һуңғы тапҡыр күрҙем. “Мин хәҙер теге донъяға китеп барам бит инде”, – тине. Ҡаймаҡ, ҡорот-фәлән алып барғайным, алманы: “Ашай алмайым. Таҙарынып йөрөйөм, ахыры”.
Ижадыма Зәйни Рафиҡов, яҙыусы Булат Рафиҡовтың ике туған ағаһы, юл асты. Шиғыр яҙғанымды белгәс: “Һылыу, матбуғатта баҫтырырға кәрәк”, – тип Өфөгә һорап алып китте. “Шоңҡар” журналында “Илһам алам” тигән шиғри шәлкемемде сығарҙы. Зәйни ағай беҙҙең китапхана менән бик дуҫ булды, осрашыуҙарға ихлас йөрөнө, яҙыусыларҙың әҫәрҙәре буйынса һөйләшеп ултыра торғайныҡ.
– Мәҙәниәткә юлың бик урау икәнен беләм. Бер түгел, өс юғары уҡыу йортон тамамлағанһың.
– Әсәйемдең мине уҡырға ебәргеһе килмәне. Яҡшы пенсия алһын тип, аҡсаны гел уға яҙҙырҙым. Ауылда: “Рәзилә Рәшиҙәнең күҙен асты, апай ҡыҙы арҡаһында мандып ҡалды”, – тиҙәр ине. Үҙемде белгәндән алып фермала йөрөнөм. Әсәйем быҙау ҡарай. Апайҙар арыш икмәге бешерә лә ҡуйы һөт менән быҙауға бирә. Иң тәүҙә беҙ, балалар, хуш еҫле икмәкте һөт менән үҙебеҙ рәхәтләнеп ашап алабыҙ, шунан ғына быҙауҙы һыйлайбыҙ. Аҙаҡ һауынсы булып киттем. Аппарат менән һауабыҙ, һыйырҙар тибешә. Йырлаһаң, тынысланалар. Һауынсылар аптырай. Фермала шулай һыйыр һауып йөрөп, өлкән ағайыма өй һалырға ярҙам иттем. Уның менән урманда ағас та быстым, комбайн штурвалында ла ултырҙым.
Ул мәлдә китапхана техникумында ятаҡ бирмәйҙәр ине. Өфөгә килгәс, биш көн вокзалда ҡунып йөрөнөм. Ҙур таҡта сумаҙанымды күтәреп, иртәнсәк уҡырға барам да, вокзалға кире килеп, дәрес әҙерләйем. Бер кем дә ҡыумай. Минең ыҙалағанымды директор Мөнир Муллабаев белеп ҡалған. Техникум иҙәнен йыуырға рөхсәт бирҙе, икенсе йылына бүтән уҡыу йортоноң ятағына урынлаштырҙы. Әсәйемдән, ағайҙарымдан бер тин аҡса алмай, иҙән йыуып, шәл бәйләп уҡыным. 1983 йылда Өфө китапхана техникумын тамамланым. 1994 –1998 йылдарҙа Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында ситтән тороп уҡыным, “өлкән библиограф” һөнәренә эйә булдым. 2005 йылда Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” йүнәлешендә дистанцияла курс үттем. “Юл ыңғайы” психолог һөнәренә лә уҡыным. Быйыл Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, драма режиссеры дипломын алдым. Һөнәрҙең артығы юҡ, һәр береһе үҙ урынында кәрәк. Хеҙмәтһеҙ һәм белемһеҙ йәшәп булмай. Ғөмүмән, белемһеҙ кеше – һуҡыр.
– Мәләүез ҡалаһында Мөхәмәтша Буранғолов сәсәндең исемен мәңгеләштереүҙә һинең дә өлөшөң бар. Китапханағыҙҙа иҫтәлекле таҡтаташ асырға һеҙ, китапханасылар, нисек йөрьәт иттегеҙ?
– Таҡтаташ ҡуйыу уйы тыуғас, кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәнек. Уйымды Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллинға һөйләгәс, ул матди ярҙам күрһәтте. Өҫтәмә аҡсаны халыҡтан йыйҙыҡ. Үҙ көсөбөҙ менән эшләткән таҡтаташ хәҙер китапханабыҙҙы биҙәй. Бөйөк шәхесебеҙҙең яҡты исемен Мәләүез урамдарының береһенә биреү хыялы менән янып йәшәйем.
Мөхәмәтша Буранғолов 1911 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов асҡан театр төркөмө өсөн бәләкәй сәхнә әҫәрҙәре яҙған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың эҙенә төшә алманым. Атаһының ҡулъяҙмаларын һорап, сәсәндең улы Нәжип Буранғоловҡа Сибайға махсус рәүештә барҙым. Бер-ике спектакль афишаһын һәм фотолар ғына бирҙе. Унда материалдар донъя ине. Хәҙер Нәжип ағай баҡыйлыҡҡа күсте инде. Ҡулъяҙмалар әрәм булғанға йәнем әрней.
Мәләүездә Мөхәмәтша Буранғоловты иҫләүселәр бар. Сәсән бик ыҫпай, ҡупшы кейенергә яратҡан. Уның шәхси бүрексеһе Мөхәмәт Әхмәтшин булған. “Башының үлсәмен алғанда Мөхәмәтша ағай йырлап ултыра торғайны”, – тип һөйләй бүрексенең ҡыҙы Маһи Әхмәтшина.
– Киләһе йылда Мөхәмәтша Буранғоловтың 135 йыллыҡ юбилейы була. Китапханала ниндәй саралар үткәрергә йыйынаһығыҙ?
– Быйыл йәй яҙыусының тыуған ауылында – Һамар өлкәһендәге Красногвардейск районының Үрге Ильяс ауылында булдыҡ. “Рухи байлығыбыҙ – Ашҡаҙар” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторҙоҡ. Киләһе йылда сәсәндең ижады буйынса фәнни-ғәмәли конференция үткәрмәксебеҙ. Ул йәшәгән Түләк ауылында йорт нигеҙе һаҡланмаһа ла, Мәләүез ҡалаһының 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыларын алып барырға иҫәп бар. Мөхәмәтша Буранғоловҡа бәйле байтаҡ монаят йыйылған, музейға урын эҙләйбеҙ. “Сәсән аманаты” тигән йәш сәсәндәр конкурсы үткәрмәксебеҙ.
Оло шәхестең ижадына иғтибар юбилейында ғына түгел, һәр ваҡыт кәрәк. Уның ижады – рухиәт асылы. Мөхәмәтша Буранғолов әҫәрҙәрендә бөтә нәмә – асыш ул. Был затлы ижадты өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Уның әле асылмаған яҡтары күп.
– Ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт, Рәзилә! Изге эштәрең уң булһын!
- Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
Мәләүез ҡалаһы