

"Берҙәм Рәсәй" халыҡ программаһына 80 яңы тәҡдим әҙерләнгән. Улар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, шулай уҡ Донбастың халыҡ республикаларына һәм азат ителгән биләмәләргә ярҙам итеүгә ҡағыла.
Партияның Генераль советы секретары Андрей Турчак һүҙҙәренсә, халыҡ программаһы ғәмәлгә ингәндән алып 2 меңдән ашыу социаль инфраструктура объекты төҙөлгән һәм ремонтланған, 100-ҙән ашыу норматив-хоҡуҡи акттар һәм 30 федераль закон ҡабул ителгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2021-2025 йылдарҙа тормошҡа ашырыу буйынса ҡаралған 294 положениены үҙ эсенә ала. Әлеге ваҡытта уларҙың 72-һе (25%) үтәлгән. Федераль бюджетта халыҡ программаһы пункттарын тормошҡа ашырыу өсөн 298 миллиард һум күләмендә финанслау ҡаралған.
Партияның Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин объекттарҙа эш барышын контролдә тотоу өсөн "Партия десанты" проекты эшләүен иҫкә төшөрҙө. Уның сиктәрендә 4 меңдән ашыу объект тикшерелгән, ә йәмәғәт штабтарына 20 мең кеше - бөтә кимәлдәге депутаттар һәм йәмәғәтселәр ингән.
"Халыҡ программаһы”н тормошҡа ашырыу барышында социаль әһәмиәтле башланғыстарға: мәктәптәр, спорт объекттары һәм мәҙәниәт йорттарын ремонтлауға, ҡала мөхитен төҙөкләндереүгә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын үҫтереүгә баҫым яһала. Партия яҡлауы аҫтында Башҡортостанда халыҡ программаһы буйынса 27 объектты оҙатыу буйынса депутаттар төркөмө ойошторолған, улар Борай ауылының 1-се мәктәбендә, Хәйбулла районының Маҡан ауылы урта мәктәбендә һ.б. ремонт эштәре барышын һәм сифатын контролдә тотоуҙы маҡсат итеп ҡуя. Республикалағы 20 почта бүлексәһен ремонтлауға ла баҫым яһалға", - тип аңлатма бирҙе "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары, Халыҡ программаһы буйынса куратор Александр Мельников.
Халыҡ программаһына колледждарҙы, техникумдарҙы һәм студент ятаҡтарын капиталь ремонтлауҙы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирле пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн йәш сикләүҙәрен бөтөрөүҙе, төбәктәрҙә инвалидтарҙы социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы мультиүҙәктәрен булдырыуҙы, бюджетта торлаҡ-коммуналь хужалыҡты модернизациялау программаһын финанслауҙы һәм башҡаларҙы индерергә тәҡдим ителә. Әйтеп бирелгән барлыҡ башланғыстар ҙа "Берҙәм Рәсәй" партияһы Рәйесе Дмитрий Медведевҡа доклад өсөн әҙерләнәсәк.
Фото: ирекле сығанаҡтан.