

Өфө районындағы “Башсельхозтехника” базаһы биләмәһенән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына гуманитар ярҙам менән сираттағы, 25-се колонна юлға сыҡты.
Һигеҙ машинанан торған автоколоннаға 70 тоннаға яҡын йөк тейәлгән. Уның байтаҡ өлөшө генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбендә капиталь ремонтты тамамлау өсөн тәғәйенләнә – йыһаз һәм ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары, шулай уҡ Красный Луч ҡалаһының күп профилле “Известия” дауаханаһы өсөн медицина препараттары.
Мәғлүм булыуынса, Донбассҡа һәм азат ителгән биләмәләргә гуманитар ярҙам Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, төбәк халҡы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан күрһәтелә.