Йәмғиәт
26 Август 2022, 12:32

Эшҡыуар кешеләргә ярҙам итергә теләй

“Изге күңелле күскенселәрҙең алтын әйбере” проекты әҙер.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.
Фото:Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.

Билдәле парикмахер, илдә асарбаҡтар өсөн беренсе бөҙрәхана асҡан Татьяна Овсяникова Донбасстан килеп, инде дүрт ай Өфөләге Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә бер ҡатынға һәм уның ҡыҙына яратҡан эше менән шөғөлләнергә ярҙам итә.

Юлия Полякова 14 йәшлек инвалид ҡыҙы Викторияны ҡарай. Ғаилә Снежное ҡалаһынан быйыл мартта килгән – уларға Елизавета Глинка исемендәге “Доктор Лиза” хәйриә фонды ярҙам иткән. Баш­ҡортостанда йәшәү урыны табыуҙа иһә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бу­лышлыҡ ҡылған.

Апрелдә Татьяна Овсяникова, үҙәккә Юлия менән Виканың сәсен ҡырҡырға килгән саҡта аралашып китеп, ҡатындың элек тегергә яратҡаны, әммә әле был шөғөлөн онота башлауы тураһында белеп ҡала. Парикмахер уға ялы ваҡы­тында “Изгелек парикмахерҙары” проекты ирекмәндәре өсөн шо­перҙар, таҫ­тамалдар, пеньюарҙар тегергә тәҡдим итә. Юлия был тәҡдимгә ихлас ризалаша. Шулай итеп, Татьяна үҙенең тәҡдимен нисек тормошҡа ашырыу тураһында уйлана башлай.

Быйыл июнь аҙағында Президент гранттары фондының сираттан тыш махсус конкурс иғлан итеүе тураһында белеп ҡала, уның йүнәлештәренең береһе – Рәсәйгә килгән мәжбүри күскенселәргә социаль ярҙам. Татьяна ғаризаны үҙенең коммерция­ға ҡарамаған ойошмаһы – “Татьяна Овсяникова” өҫтәмә һөнәри белем биреү шәхси учреждениеһы исеменән бирергә ҡарар итә. Документтар 15 июлгә тиклем тапшырыла. Әгәр ҙә ҡатын грант отоуға өлгәшһә, уға таҫта­малдар, шоперҙар тегеү өсөн теген машинаһы, материалдар һатып алыу, Юлияға эш хаҡы түләү мөмкин буласаҡ. Шулай итеп, ул күскенсе ҡатынды, ҡыҙынан айырмайынса, ваҡыт­лыса түләнгән шөғөл менән тәьмин итә аласаҡ.

Ҡағыҙҙа проект шартлы рәүештә “Изге күңелле күскенселәрҙең алтын әйбере” тип атала, бюджет иҫәпләнмәгән, әммә план бар – “изге парикмахерҙар” ирек­мәндәре өсөн мең тупланма тегеп әҙер­ләү, бының өсөн алты-туғыҙ ай китәсәк.

Проектҡа куратор итеп тегеүсе Алина Токареваны йәлеп итеү планлаштырыла, ул ирекмәнлек башланғысында Татья­наға изге эштәрендә булышлыҡ ҡыла, әле Юлияны нисек дөрөҫ тегергә, сигергә өйрәтергә әҙер. Уның һөнәри оҫталығы икеләнеү тыуҙыр­май. Фольклориада һәм WorldSkills кеүек саралар ҡунаҡтарын ҡар­шылау өсөн костюмдар кәрәк булған­да ла ҡатынға мөрәжәғәт иткәндәр.

Быға тиклем Алина Даун синдромы булған йәш кешеләрҙе тегергә өйрәткән. Уларҙы “СоДействие” инвалид балалары булған ата-әсәләрҙең төбәк йәмәғәт ойошмаһы “Изгелек парикмахер­ҙары” проекты символы булған 120 партия йөнтәҫ таҫтамал тегеү өсөн йәлеп иткән.

Грант отоп булмаған осраҡта ла, Татьяна уйлағанын йыл аҙағынаса еткерергә ниәтләй һәм Юлияға яратҡан эше менән шө­ғөлләнеү, аҡса эшләү мөмкинлеген асыу юлын табырына ышана.

Шуны ла әйтергә кәрәк, “Изге күңелле күскенселәрҙең алтын әйбере” проекты нигеҙендә Татьяна Овсяникова өс баланы яңғыҙ тәр­биәләгән һәм Бәләбәй ҡалаһында дөйөм ятаҡта 12 квадрат метрлыҡ бүлмәлә йәшәгән Регина Ғәниева­ны ла эшле иткеһе килә. Был ҡатын Башҡортостанға Үзбәкстандан кил­гән, ауыр тормош хәлендә ҡалған, ире менән айырылышып йөрөй.

“Беҙҙе ҡыҙҙарыбыҙ таныш­тырҙы, Регинаға ҡунаҡҡа индек. Әгәр ҙә уға теген машинаһы алып биреп, һөнәргә өйрәтһәк, ул балаларын ҡарап, өйҙә шоперҙар һәм таҫтамалдар теккән өсөн эш хаҡы алыр ине. Киләсәктә был проектҡа ҡушылырға, өйҙә аҡса эшләргә теләгән һәр ҡатынға ошондай мөмкинлек бирергә теләйбеҙ”, – ти Татьяна Овсяникова.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас