Йәмғиәт
26 Август 2022, 04:00

"Гони, сынок, гони, я еще не доволен!"

Рус шофер бер ауылдан ике әбейҙе машина арбаһына ултыртып алған...

"Гони, сынок, гони, я еще не доволен!""Гони, сынок, гони, я еще не доволен!"
"Гони, сынок, гони, я еще не доволен!"

Иҫләһәгеҙ, элегерәк кешеләр "попутка" менән күп йөрөнө. Бөтә урынға ла автобус маршруттары ла булмай торғайны. Бараһы еренә теләһә ниндәй транспортҡа ултырып китә торғайнылар.

Йөк машинаһына, тракторға ултырып йөрөүҙәр ҙә йыш була ине. Хатта асыҡ һауалағы арбаһына ла. 

Әбйәлил районында булған был хәл. Бер рус шофер егете ауылдан ике әбейҙе йөк машинаһының арбаһына ултыртып алған шулай. Һәм соҡор-саҡырлы урындан елдергән генә. Әллә  ҡабаланған, әллә пассажирҙары тураһында онотҡан... Бараһы еренә барып етеп, машинанан төшөп, арбаһына күҙ һалһа, теге әбейҙәрҙең сыҡмаған йәне генә ҡалған. 

Уңайһыҙланыңҡырап, ғәфү үтенгәндәй, руссалап: "Әбекәйҙәр, ныҡ һелкетеп ҡыуманыммы?" - тигән шофер. Инәйҙәрҙең береһе, әллә һыр биргеһе килмәгән, әллә руссаһы самалыраҡ булған, "гони, сынок, гони, я еще не доволен" тип яуап биргән.

Хәҙер был һүҙҙәр урындағы халыҡтың телендә лаҡап булып йөрөй. Водитель тиҙлекте ныҡ арттырһа, "гони, сынок, гони, я еще не доволен" тиҙәр.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас