

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостадың Республикаға идара итеү үҙәгендә республикабыҙҙа янғынға ҡаршы айырым режим индереү, граждандарға урманға йөрөүҙе һәм уларға транспорт сараларында инеүҙе сикләү мәьсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәргән.
Андрей Назаров 24 августа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәйҙең айырым субъекттарында тәбиғәттә сыҡҡан янғындарҙы бөтөрөү буйынса кәңәшмә уҙғарыуын хәтергә төшөрҙө.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Башҡортостанда тап быйыл тәбиғәттә сыҡҡан янғындарҙың кәмеүен (һигеҙ тапҡырға кәмегән) һыҙыҡ өҫтөнә алды. Янғындарҙың майҙаны 50 тапҡырға кәмегән.
– Бер яҡтан, был алдан уҡ аңлатыу эштәрен алып барыуҙың һөҙөмтәһе, – тине Андрей Геннадьевич. – Икенсе яҡтан, ул климат шарттарына туранан-тура бәйле. Әлбиттә, июндә күҙәтелгән ямғырҙарҙың файҙаһы булды. Уның ҡарауы, хәҙер хәл-торош ныҡ үҙгәрҙе. Шуға күрә лә был хаҡта һөйләшергә һәм алдан саралар күрергә кәрәк, үҙ сиратында, улар беҙҙең республикабыҙҙы хәүеф-хәтәрҙән арындырасаҡ һәм халыҡты тәбиғәттә барлыҡҡа килгән янғындарҙан һәм уларҙың эҙемтәләренән һаҡлаясаҡ.
Андрей Назаров әйтеүенсә, әле илебеҙҙең күп урындарында эҫе һауа торошо күҙәтелә. Янғындарҙы булдырмау өсөн ҡаты сикләү саралары кәрәк.
– Ошолар менән бәйле, 25 августан төбәк территорияһында янғынға ҡаршы айырым режим тураһында Башҡортостан Хөкүмәтенең күрһәтмәһенә ҡул ҡуйылды, – тине Андрей Назаров. – Ошо режим усаҡ яғыуҙы, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған тәбиғәт ерҙәрендә, юл буйҙарында, йылға һәм күл яндарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә, коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәре эргәһендә, предприятие һәм йәмғиәт урындары тирәләрендә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары янында янғын ныҡ хәүеф тыуҙырған эштәрҙе үткәреүҙе ҡәтғи тыя.
Ошо күрһәтмәне үтәмәүселәр штраф түләйәсәк, ә иҫкәртеү булмаясаҡ. Штрафтар түбәндәгесә: граждандарға – 10 меңдән 20 мең һумға хәтлем, юғары вазифа биләгән етәкселәргә – 30 мең һумдан 60 мең һумға тиклем, ойошмаларға – 400 мең һумдан 600 мең һумға хәтлем.
Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов “Бәйләнештә” төркөмөндә былай тип яҙған:
"Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың республикабыҙҙа янғынға ҡаршы айырым режим индереү тураһында күрһәтмәһе бар. Уның нигеҙендә 25 августан граждандарға урманда йөрөү һәм уларға транспорт сараларында инеү сикләнә. Режим усаҡ яғыуҙы, янғын хәүефе тыуҙырған эштәрҙе башҡарыуҙы тыя.
Янғын хәүефһеҙлегенә яуаплы хеҙмәттәрҙең әҙерлеге юғары. Был тәңгәлдә республикабыҙҙа эштәр яҡшы алып барыла. 2022 йылда ғына Ка-32А11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолеты, биш берәмек янғын автоцистернаһы, 21 берәмек тағылмалы янғын һүндереү техникаһы алынды. Шулай уҡ 1100 янғынға ҡаршы ут һүндереү ранецтары ҡайтарылды. Республикабыҙҙа ут һүндереү ранецтары – 6830. Быйыл июндә Белорет, Ейәнсура, Йылайыр һәм Туймазы райондарына дүрт берәмек янғын һүндереү техникаһы бирелде".
Хөрмәтле дуҫтар! Әлеге эҫе көндәрҙә тәбиғәткә сыҡҡанда, ғөмүмән, һәр ваҡыт усаҡты һүндереп китегеҙ, урман-яланда янғын күрһәгеҙ, тейешле урынға шылтыратығыҙ, тиҙ аралауны һүндереү сараһын күрегеҙ!
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.