

Бер рәхәттең бер ҡыйыны була, тиҙәр. Стәрлетамаҡ – ҙур сәнәғәт ҡалаһы, эш урындары булған, илгә тауар етештергән, үҫешкә өлөш индергән предприятиелары менән дан тота. Әммә, билдәле булыуынса, сәнәғәт тармағы үҫешкән ерҙә экологияға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә киҫкенләшә. Был йәһәттән ҡалала заводтарҙан килгән еҫ, төтөн тормошто ағыулай. Был еҫ йыш һәм тиҙ таралып, халыҡтың маҙаһына тейә.
“Тонсоҡторорға булдығыҙмы?”
Ысынлап та, июль айынан ҡала халҡын һаҫыҡ еҫ борсой. Кис урамға сыҡһаң, тын алыуы ауырлаша. Өйҙә тынсыу, тышта еҫ, аптырағандан кешеләр ялыу менән социаль селтәрҙәрҙә төрлө чиновниктарға, инстанцияларға мөрәжәғәт итә башланы. Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә таянғанда ла, һуңғы бер нисә аҙна эсендә был йәһәттән мөрәжәғәттәр ике тапҡырға(!) артҡан. Ғәмәлдә бөтә дәғүәләр күпме икән – ысын һандар, әйтерһең дә, шул заводтан килгән төтөн араһында булған һымаҡ – билдәле түгел, сөнки барыһы ла интернетта ултырмай ҙа, барыһы ла ялыулашмай. “Беҙҙе тонсоҡторорға булдығыҙмы?”, “Тын алыуы ҡыйын, ҡасан һаҫыҡ еҫ бөтә?”, “Ни өсөн беҙ төтөн араһында” ултырырға тейеш?” тигән һорауҙар яуа халыҡтан.
Әлбиттә, дәғүә урынлы, ҡалала таралған еҫте шуны таратыусылар үҙҙәре лә һулай бит. Ә заводтарға нисек дәғүә белдерергә һуң? Ғөмүмән, был мәсьәлә инде ҡала хакимиәте, ҡала советы кимәлендә күтәрелер кимәлгә “беште”. Ошо арала Советта был экология проблемаһы буйынса тыңлауҙар планлаштырылһа, күптән түгел хакимиәттә төрлө өлкә вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда әлеге проблема буйынса ҡала хакимиәте вәкилдәре лә, сәнәғәт өлкәһенән дә, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының урындағы вәкилдәре лә, экологтар ҙа, республика кимәлендә йәмәғәтселәр ҙә үҙ фекерен еткерә алды. Еткереп кенә ҡалманы, һөйләшеү һөҙөмтәһе булып, эшлекле тәҡдимдәр нигеҙендә проект төҙөлдө. Ултырышты ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров алып барҙы.
“Беҙ үҙебеҙ ҙә белгес!”
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡалала таралған еҫ һәр ваҡыт бер төрлө булмай. Һәр еҫ үҙенсәлекле, үҙ тәме бар, зарары ла бер төрлө генә түгелдер. Ошо йәһәттән ҡайһы берҙә йорт алдарында ултырған инәйҙәрҙең “Кисә Салауаттан газ килде, Стәрлетамаҡтыҡы түгел ине” тигән һүҙҙәрендә лә нигеҙ бар һымаҡ, сөнки көньяҡтан иҫкән ел бер нисек тә ҡаланың төньяғында урынлашҡан “Башҡортостан сода компанияһы” төтөнөн алып килә алмай, ғәҙәттә, елле көндә ҡаланың көньяҡ, көньяҡ-көнбайыш биҫтәләрендә йәшәүселәр нәҡ күрше ҡаланан килгән еҫ-төтөнгә дәғүә белдерә.
Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостандың дәүләт аналитик контроль идаралығының Стәрлетамаҡ буйынса бүлеге начальнигы Наталья Павлова белдереүенсә, ҡаланың төрлө төбәгендә еҫте билдәләй, уның составын анализлай алған ҡоролмалар урынлаштырылған, ошондай уҡ яңы автоматик рәүештә еҫте айыра алған ҡоролма 1-се ҡала дауаханаһы янында сафҡа индерелә һәм нәҡ ул еҫтең күрше ҡаланан килгәнме, әллә Стәрлетамаҡ предприятиелары сығарғанмы икәнлеген асыҡлай аласаҡ.
– Бындай ҡоролмалар ҡаланың һәр биҫтәһендә лә юҡ, әммә һауаны ниндәй еҫ бысрата, уның составы ниндәй, хәҙер барыһын да асыҡларға мөмкинлек бар, – тип һөйләне Наталья Викторовна.
Ҡасан төтөн сығарырға ярай?
Еҫтең ҡайҙан килгәнен асыҡлау бер, уны нисек кәметергә – бына ҡайҙа ята төп мәсьәлә. Был йәһәттән ошо өлкәгә ғүмерен арнаған, ҡасандыр үҙе әлеге химия заводына етәкселек иткән шәхес, техник фәндәр докторы, әлеге ваҡытта БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында химия һәм химик технология кафедраһы мөдире вазифаһын атҡарған Йәғәфәр Әбдрәшитовтың фекере бик урынлылыр.
– Билдәле, ел булғанда төтөн алыҫҡа китә, бының өсөн артыҡ химик йәки физик булырға кәрәкмәй, әлегеләй эҫе, томра, елһеҙ көндәр торғанда, төтөн ҡаланан йыраҡ оса алмай һәм һауала таралмай, биш километрлыҡ арауыҡта ергә баҫыла. Шуға июль-август айҙарында ҡаланы еҫ ҡаплап алды ла инде. Проблеманы хәл итеү өсөн бер генә юл күрәм: заводтар гидрометеорология станцияларынан аҙна-айға алдан һауа шарттары буйынса теүәл мәғлүмәт алып, эшен шул шарттарға көйләргә тейеш. Әйтәйек, елһеҙ көндәр көтөлә икән, алдан (ел булған көндәрҙә) эште көсәйтеп, шул көндәрҙә күберәк тауар етештереп ҡалырға йәки еҫ, төтөн таралыуҙы кәметергә кәрәк, – тигән эшлекле тәҡдимен еткерҙе Йәғәфәр Мөхәрәм улы.
Тәҡдим шәп тә, тик түңәрәк өҫтәлдә бер генә завод вәкиле лә юҡ ине шул. Әммә, баҡтиһәң, был сара ике яҡ ҡатнашлығында үтәсәк тағы бер түңәрәк өҫтәл алды осрашыуы икән. Нәҡ шул ҙур сарала иң етди һорауҙар һәм тәҡдимдәр индерелергә, стратегия төҙөлөргә тейеш ине, сөнки завод вәкилдәре менән осрашыуҙа дәғүәләр ҙә, тәҡдимдәр ҙә нигеҙле һәм урынлы булырға тейеш.
Зарарлы матдәләр артыҡ түгел
Әлбиттә, еҫ ҡайҙан килә, нисек килә, ҡасан күберәк сығарыла һәм ҡасан бөтөнләй һиҙелмәй – халыҡ өсөн быларҙан бигерәк шул еҫтең йәки төтөндөң организмға зарары борсой. Ысынлап та, тын алғанда танауҙы ярып килгән әсе еҫ үпкәләргә нисек тәьҫир итә һуң? Сарала был һорау ҙа күтәрелде.
– Һәр проба анализлана, әгәр ҙә зарарлы матдәләрҙең миҡдары тейешенсә кимәлдән аша икән, прокуратураға мөрәжәғәт ителә, закон рөхсәт иткән барлыҡ санкциялар, ҡарарҙар ҡабул ителә, – тине Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығының Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәзилә Баһауетдинова. – Әлегә анализдар нормала.
Заводты ябып булмай
Был тәңгәлдә, әлбиттә, завод-предприятиелар үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай, экология буйынса миллиард һумдар менән баһаланған программа ҡабул ителгән, шул иҫәптән һауаны таҙартыу буйынса ла проекттар эшләп килә. Мәҫәлән, шул уҡ Башҡортостан сода компанияһында был йәһәттән инвестициялар ҙур күләмдә – унда һауаны айырған бер ҡоролма ғына миллиард һум тора! Әйтәйек, әлеге сарала Йәғәфәр Әбдрәшитов билдәләүенсә, үткән быуаттың 90-сы йылдарынан алып бөгөнгәсә шаҡтай экологик сара күрелгән, ләкин ҡала халҡы таҙа һауа һулап, иркен тын алһын өсөн былар ғына, күрәһең, бик аҙ.
– Кемдәр ошо ҡалала тыуып үҫкән, ошо ҡаланы төйәк иткән, барыһы ла аңлап тора: Стәрлетамаҡ – мөһим сәнәғәт берәмеге, беҙ ошонда йәшәйбеҙ икән, тимәк, уны барлыҡ уңыштары һәм етешһеҙлектәре менән ҡабул итәбеҙ. Шуға экологик мәсьәләгә лә аңлап ҡарарға саҡырам, хәл киҫкенләшеп китә икән, беҙ бер төптән булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта был күренештең ниндәйҙер сәйәси уйын ҡоралына әйләнеп китеүенә юл ҡуймайыҡ, заводты ябырға ярамай, – тип мөрәжәғәт итте, мәҫәлән, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов. – Әгәр ҙә халыҡтан мөрәжәғәттәр була икән, уларға ваҡытында йәки тиҙ рәүештә яуап бирергә, дөрөҫ итеп аңлата белергә кәрәк.
Ысынлап та, ил кимәлендәге ҡеүәтле предприятиены ябып ҡуйып булмай. 2021 йылда ғына ла әлеге БСК ил эсендәге ҡулланыусылар өсөн 28,5 миллиард һумлыҡ тауар етештергән. Әммә халыҡ гел генә һаҫыҡ еҫ еҫкәп тә йәшәй аламы икән? Улай ғына ла түгел, экология мәсьәләһе йыш ҡына яман шешкә, йөрәк сирҙәренә лә бәйле булып китә...
Шуға ошо сара был мәсьәләне еңеләйтеүҙә ниндәйҙер аҙым булыр, тип ышанғы килә. Һауала йәнә насар еҫ таралғанда тиҙ генә йыйылып ҡарар ҡабул итә торған эшсе төркөм (совет) булдырыу тураһында тәҡдим был йәһәттән нигеҙле күренә. Әйткәндәй, унда йәмәғәтселәр, химия белгестәре менән бер рәттән завод вәкилдәре, прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә инәсәк.
- Рәмил МАНСУРОВ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы

