

Әйтергә кәрәк, улар республика һәм муниципалитеттар бүлгән аҡсаны ниндәй маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға икәнен үҙҙәре хәл итте. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Үрге Әбдрәш һәм Гусев ауылдарының мәҙәниәт йорттарында пластик тәҙрәләр алмаштырылды. Ике объектҡа ла 300-шәр мең һум аҡса бүленгән. Хәҙер, ауыл халҡы раҫлауынса, ҡышҡыһын ойошторолған концерт һәм төрлө саралар ваҡытында улар өшөмәйәсәк.
Баймаҡ районының Йомаш һәм Юлыҡ ауылдарында иң күптән көтөлгән спорт ҡорамалдары барлыҡҡа килде. Хаҡы 140 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Шуға ярашлы, спорт һәм уйын секциялары ла артасаҡ.
Балтас районында зыяратты тәртипкә килтерергә хәл иттеләр. Яңы ҡоймалар өсөн төҙөлөш материалдары сифатында Нажар, Иҫке Илекәй, Аҫау ауылдарына 250 мең һум самаһы аҡса ингән. Был объекттарҙа эштәр тамамланған да инде. Август аҙағына Иҫке Ямурҙа ауылында зыярат тәртипкә килтерелә. Шулай уҡ Балтас районының Иҫке Тимкә ауылы мәҙәниәт йорто ремонтланды. Тағы ла Көндәшле ауылындағы "Дан" скверы биләмәһен кәртәләп ҡуйҙылар. Ҡалған ауыл биләмәләрендә планлаштырылған объекттарҙағы эштәр сентябрҙә тамамланырға тейеш.
Балаҡатай районының Түбәнге Исҡуш ауылында мәктәп автобустары хәрәкәте маршруты буйынса туҡталыш павильондары ҡуйылған. Хәҙер мәктәпкә барырға автобус көткән уҡыусыларға ҡар ҙа, ямғыр ҙа ҡурҡыныс түгел. Уҡыусыларға кәрәкле уңайлыҡтар булдырыуға 100 мең һум самаһы аҡса бүленгән.
Ишембайҙа Йәштәр һарайы бинаһы төҙөкләндерелгән. Объектты яңыртыуға 3,5 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 2015 йылдан проект ғәмәлгә ингәндән алып ете меңдән ашыу наказ башҡарылған. Ошо осорҙа финанслауҙың дөйөм суммаһы 1 миллиард 633 миллион һум тәшкил иткән. Шуның 1 миллиард 322 миллионы - республика ҡаҙнаһынан, 254 миллионы - урындағы бюджеттан һәм 57 миллионы бюджеттан тыш финанслауҙан.
Күптән түгел "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитетында проекттың йәмәғәт советы ултырышы үтте. Унда ағымдағы йылдың ете айы эсендә уны тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды. Алынған мәғлүмәттәр анализына ярашлы, ағымдағы йылдың 1 авгусына ҡарата 28 муниципаль берәмек ҡайтанан субсидия алған. 14 муниципалитетта - юғары үҙләштереү күрһәткестәре (75-тән 99 процентҡа тиклем). Башҡа эштәр графикка ярашлы, мәҫәлән, Өфөлә, Нефтекамала, Салауатта, Сибайҙа, шулай уҡ Благовар, Әлшәй, Учалы, Илеш һәм башҡа райондарҙа ла дауам итә.
Партияның Генераль штабы биргән мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 238 наказы тулыһынса үтәлгән, ҡалғандары үтәү стадияһында.
"Берҙәм Рәсәй" ҙең аныҡ эштәре - халыҡҡа кәрәкле проект, һис шикһеҙ уның дауамы буласаҡ. Шуға күрә киләһе йылға наказдарды бөгөндән үк үтәй башларға, эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәрәк.
Фото: Башинформ.