Йәмғиәт
27 Август 2022, 06:20

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов: "Мәскәүҙә беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә күрһәттек"

Мәскәүҙең "Зарядье" паркында Рәсәй география йәмғиәте фестивалендә Башҡортостан Республикаһы көндәре бара.

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов: "Мәскәүҙә беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә күрһәттек"Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов: "Мәскәүҙә беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә күрһәттек"
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов: "Мәскәүҙә беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә күрһәттек"

Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләне. Ул үҙенең сығышында был ваҡиғаның мөһимлеген билдәләне.

Сараларҙан һуң Азат Бадранов эштәргә йомғаҡ яһаны.

- Был сараның йомғаҡтары менән ҡәнәғәтбеҙ. "Башҡорт ихаталары" аша миллион самаһы кеше үтте. Тағы ла бер нисә көн беҙҙең күргәҙмә эшләйәсәк әле, унда Рәсәйҙең баш ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары беҙҙең мәҙәниәтебеҙ менән таныша ала.

Туризм министрлығы бөгөн республиканың туристик ҡеүәте менән таныштырҙы. Беҙҙең республика Рәсәйҙең ун иң күркәм төбәге иҫәбенә инә. Рус география йәмғиәте фестивале төбәктәргә үҙҙәре тураһында танытыу өсөн яҡшы мөмкинлек бирә. Беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә мөмкин тиклем сағыу күрһәттек, геопарктарыбыҙ Янғантау, Торатау менән дә таныштырҙыҡ.

Хеҙмәттәштәребеҙҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, кешеләр беҙҙең шифаханаларға барырға махсус турҙар, Башҡортостан буйлап сәхәйәт итергә маршруттар һорай икән. Шуға күрә оҙаҡламай туристар ағымы үҫешен көтәбеҙ, республиканың туристик инфраструктураһының яңы үҫеш алырына өмөт бар, - тине ул.

Беренсе вице-премьер, даими нигеҙҙә Рус география йәмғиәте мөмкинлектәрен һөҙөмтәлерәк файҙаланырға кәрәк, тип билдәләне. Рус география йәмғиәтенең офисы һәм уларҙың фирма магазины Мәскәү үҙәгендә урынлашҡан, был майҙансыҡтарҙы Башҡортостан тауарҙары менән тулыландырыу буйынса эш алып барыла ла инде.

Фото: БАШИНФОРМ.

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов: "Мәскәүҙә беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә күрһәттек"
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов: "Мәскәүҙә беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә күрһәттек"
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов: "Мәскәүҙә беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә күрһәттек"
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов: "Мәскәүҙә беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә күрһәттек"
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов: "Мәскәүҙә беҙ мәҙәниәтебеҙҙе лә, туристик ҡеүәтебеҙҙе лә күрһәттек"
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас