

Дәүләкән районы Соколовка ауылында йәшәүсе оҫталарҙың береһе Әнисә Хажиғәлиева менән осрашыу кәрзин үреү серҙәрен асты. 1980 йылдарҙа урман хужалығында кәрзин үреү цехында ошо һөнәргә өйрәнә һәм был уға бик оҡшап китә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, буш ваҡыттарында кәрзин үреү менән мауыға Әнисә апай.
Кәрзин үреү өсөн быйыл яҙын хатта талдың дүрт сортын ултыртҡандар. Көҙгә уны киҫеп кәрзин үрергә лә мөмкин. Ләкин бында ла үҙенең сере бар икән. Талды тәүге һалҡындарҙан һуң ғына киҫергә мөмин. Тал ботаҡтарынан таҫма эшләү өсөн махсус станок та алғандар. Үреүе тиҙ булһа ла, материалын әҙерләү күп көс талап итә. Киҫеү, ҡайнатыу, сорттарға бүлеү һәм башҡа ваҡ нескәлектәре етерлек. Шуға был эштәрҙе тормош иптәше менән бергәләп башҡалалар. Эшләүгә уңайлы булһын өсөн киләсәктә айырым оҫтахана йыһазландырып алырға ла дәрттәре бар.
Автор фотоһы, видеоһы.