

Өфөлә "Терра-Башҡортостан" ат спорты турнирының сираттағы этабы уҙҙы. Был юлы - ярымфинал. Тимәк, тиҙҙән быйылғы финал уҙыштары көтә беҙҙе.
Шуныһы һөйөнөслө: редакциябыҙҙың яратҡан аты был юлы ла һынатманы. Бөрйәндән "Бөркөт" өсөн янып-көйәбеҙ, сөнки уның хужаһы Фидан Мәзитов - хеҙмәттәшебеҙ Дилбәр Ишморатованың бер туған ҡустыһы.
"Бөркөт" - башҡорт тоҡомло ат. Бынан алдағы этапта Фидан бөтөнләй ҡыҙыҡ хәлгә тарығайны. Старт алдынан йоҡомһорап, иҫнәп ятҡан атын саҡ торғоҙоп алғайны. Быға ғәжәпләнергә лә кәрәкмәй, сөнки баш ҡалаға ярышҡа йыйынып, ул Бөрйәндең төпкөл ауылынан оҙон юлға сыға, көплө тағылма-арбала ярты көн баҫып килә... Әммә ярышта, хужаһын аптыратып, малҡай беренсе килде.
Был юлы ла "Бөркөт" һынатманы. Баштан уҡ тиерлек алға сыҡты һәм финишҡаса беренселекте бирмәне. Афарин!
"Бөгөн ҡустыбыҙ Фидан үҙенең "Бөркөт"ө менән "Терра-Башҡортостан" ат спорты турнирының ярымфиналында еңеү яуланы. Аллаға шөкөр! Артабан да уңыштар насип итһен!" - тип яҙҙы Дилбәр уңышҡа ҡыуанып.
Ҡотлайбыҙ! Финалда ла уңыш йылмайһын!
Фото: Д. Ишморатова.