Йәмғиәт
29 Август 2022, 06:00

Өләсәйгә – 100 йәш!

Ире үлгәндә ул бәлиғ булмаған ете бала менән яңғыҙы тороп ҡалған. 

Өләсәйгә – 100 йәш!Өләсәйгә – 100 йәш!
Өләсәйгә – 100 йәш!

Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәге ҡыҙыҡлы яҙманы ҡалдырған.

"Яңы Надеждин ауылында ғүмер итеүсе Любовь Шибанова үҙенең 100 йәшен билдәләй. Любовь Фроловна Сергуяз ауылында урмансы ғаиләһендә, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Люба исемле ҡыҙ, ошо ауыр осорҙа өс класты тамамлағас, туған колхозына ярҙам итә башлай. Етмәһә әсәһе вафат була".

Олег Голов билдәләүенсә, Любовь Шибанова 1943 йылда кейәүгә сыҡҡан, ул ире менән 12 балаға ғүмер бүләк иткән. Ире үлгәндә ул бәлиғ булмаған ете бала менән яңғыҙы тороп ҡалған. Бөгөн Любовь Фроловнаның 27 ейән-ейәнсәре, 47 бүлә-бүләсәре, алты тыуа-тыуасары бар.

Әйткәндәй, әле Сергуяз ауылы юҡ, 1970 йылда юҡҡа сыҡҡан. Әммә 2010 Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа был ауылда бер кешенең йәшәгәнлеге теркәлгән.

Фото: Олег Голов.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас