

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Белорет технология предприятиеһы тураһында яҙа.
“Күреү һәләте насар булғандар өсөн эш – килем сығанағы ғына түгел, ә аралашыу, дуҫтар табыу, үҙ-ара ярҙам, күрше ҡалаларға ярыштарға һәм сәфәрҙәргә йөрөү мөмкинлеге биргән урын.
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет предприятиеһы — иң ауыр ваҡытта ла бирешмәҫкә, йәшәргә ынтылыуҙың сағыу өлгөһө.
Совет осоронда Башҡортостанда ошондай дүрт предприятие эшләгән: Өфөлә, Бәләбәйҙә, Стәрлетамаҡта һәм Белоретта. Һигеҙ йыл элек Өфө предприятиеһы бөлгөнлөккә төшә, һуңынан - Стәрлетамаҡ предприятиеһы. Белореттағыһының эшләүе - директор Рәйсә Ханованың хеҙмәте. Ул был ойошмала 40 йылдан ашыу хеҙмәт итә”, - тип яҙа Андрей Иванюта.
Предприятие етештергән тауар күләме хәҙер элеккегә ҡарағанда бер нисә тапҡырға кәмерәк. Бында 65-70 кеше эшләй, заманында уларҙың һаны 700-гә еткән.
Бер йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте ойошмаға етди ярҙам күрһәтә башлай.
“Үҙебеҙҙә етештергән щеткалар һәм һеперткеләрҙе һатып алырға саҡырам. Тап ошо ысул предприятиеға ярҙам буласаҡ та инде”, – ти үҙенең мөрәжәғәтендә Андрей Иванюта.
Мәғлүмәт һәм фотолар Белорет районы хакимиәте сайтынан алынды.