

Үҙең ҡамыр баҫып бешергән ризыҡтың магазиндыҡынан күпкә тәмлерәк икәнлеген барыбыҙ ҙа белә. Күңел һалып бешергәнгәме, өй ризыҡтары менән һыйланыу - үҙе бер кинәнес.
Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылынан аш-һыу оҫтаһы Наилә Лоҡман ҡыҙы Рахманғолованың баландан ҡыҫтыбый бешереү рецебын ҡулланып, һеҙ ҙә яҡындарығыҙҙы шатландырығыҙ әле.
"Балан өлгөргәс, таҙартып, йыуып, банкаларға тултырып, духовкаға бешерергә ҡуям, бер юлы ҡапҡастары ла стерилләнһен өсөн ныҡлап япмай ғына өҫтәренә һалып сығам. Бер сәғәтләп ҡайнағас, духовканан сығарып, ҡапҡастарын ныҡлап ҡаплап, һаҡлауға алып ҡуям. Ҡыҫтыбый бешергәндә, эслеккә быны ғына түгел, балан повидлоһын да ҡушып ебәрәм. Был балан емештәре таралмаһын өсөн кәрәк. Ҡамырын сөсө итәм: кәрәгенсә сөсө ҡатыҡ, һөт, тоҙ, сәй содаһы, йомшаҡ булһын өсөн бер аҙ ҡаҙ майы һалып, он ҡушып ҡамыр баҫам да йоҡа ғына йәймәләр йәйеп, ҡоро табала бешерәм. Аҙаҡ эслеген ҡыҫтырып, сәйгә ҡыҫтыбыйҙы аҡ май менән майлап бирәм.
Сей ҡамырға балан төрөп, майҙа ҡыҙҙырып бешерһәң дә бик тәмле килеп сыға", - тип һөйләне Наилә апай.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Автор фотоһы.