

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә “Башҡорт ихаталары” йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү һәм подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаларын тормошҡа ашырыуға яҡынса йомғаҡ яһалды.
– 2022 йылда төҙөкләндереү өсөн финанс сығымдарының дөйөм суммаһы 1,06 миллиард һум тәшкил итә. Был 30 сентябргә тиклем 28 муниципалитетта 236 күп фатирлы йорттоң 200 ихатаһын ремонтларға, 4,5 мең туҡталҡа урынын, 165 балалар һәм спорт майҙансығын төҙөкләндерергә мөмкинлек бирә, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. – Мәҫәлән, Өфөлә эштәр 95 процентҡа башҡарылған. Күмертауҙа тотош кварталды төҙөкләндереү буйынса проектты ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Октябрьскийҙа хәүефһеҙ резина япмалы хоккей майҙансығы ҡуйылды.
Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса 2022 йылда 304 күп фатирлы йортта 896 подъезды яңыртыу тамамлана. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе әйтеүенсә, эштәр йорт хужалары ҡабул иткәндән һуң ғына түләнә.
– 1 октябргә тиклем программа сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәгән ете подъезды яндауырҙар һәм пандустар менән йыһазландырабыҙ, – тип өҫтәне Ирина Голованова.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә 2023 йылда күп фатирлы йорттарҙа ҡуйылған пандустар һанын арттырыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.
– Инвалидтар эштәре буйынса координация советының алдағы ултырышында был мәсьәләне йәнә бер тапҡыр күтәрәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шулай уҡ 2022 йыл йомғаҡтары буйынса күп фатирлы йорт советтарының иң яҡшы рәйестәрен билдәләргә ҡушты.
– Ихата биләмәләрен һәм күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереү программалары бик мөһим. Беҙ йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Шуға күрә артабан да ошо эште дауам итербеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.