Йәмғиәт
29 Август 2022, 16:45

Юлдар өсөн - 43 миллиард һум

Республикалағы иң ҙур инфраструктура объекты – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү – графиктан алда бара. Уны 2023 йылдың аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ. 

Юлдар өсөн - 43 миллиард һумЮлдар өсөн - 43 миллиард һум
Юлдар өсөн - 43 миллиард һум

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала автомобиль юлдарын төҙөү һәм ремонтлау буйынса пландар тикшерелде.

Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев 2022 йылда ошо маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан 43,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелеүен хәбәр итте. Был аҡсаға 75 километр трасса төҙөү һәм реконструкциялау, 900 километрҙан ашыу юл ремонтлау, шулай уҡ дөйөм 1 388 метр оҙонлоҡтағы 25 күперҙе нормаға ярашлы хәлгә килтереү күҙаллана.

– Республикалағы иң ҙур инфраструктура объекты – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү – графиктан алда бара. Уны 2023 йылдың аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйбеҙ, – тип билдәләне Александр Булушев. – Бынан тыш, юлсылар тағы ла бер ҙур объектты – Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы трассаһын реконструкциялау буйынса эштәрҙең 80 проценттан ашыуын башҡарҙы.

Автомобиль юлдарын яңыртыу сиктәрендә төҙөүселәр шулай уҡ тораҡ пункттарға юлдарҙы, транспорт сиселештәрен, дача юлдарын, яҡтыртыу системаларын ремонтлай. Мәҫәлән, аҙна аҙағына тиклем Р-240 трассаһында Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклемге участкала юлды яҡтыртыу күҙаллана.

Юл эштәренең күбеһе Өфөнөң 2024 йылда билдәләнергә тейешле 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә башҡарылды. Төҙөүселәр Салауат Юлаев проспектында, Менделеев, Кәрим Хәкимов, Суворов, Саҡмағош, Кемеров, Сельская Богородская, Әнғәм Атнабаев урамдарында ремонт эштәрен графиктан алдараҡ тамамлаған.

– Дөйөм алғанда, ҙур күләмдәге эш башҡарабыҙ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың сифатында экономияларға ярамай, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, киләһе йылда райондарға урындағы юлдарға ҡырсынташ түшәүгә аҡса бүлеү практикаһын дауам итәсәкбеҙ. Был да мөһим йүнәлеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас