Йәмғиәт
30 Август 2022, 03:45

Һабындан ... күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмәләр!

Уның һоҡланғыс сәскәләр коллекцияһын  ысын тип торорһоң! Людмила Николаевна аллы-гөллө сәскәләрҙе бөтә күңелен һалып, яратып эшләй, таныштарына бүләк итә

Һабындан ... күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмәләр!Һабындан ... күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмәләр!
Һабындан ... күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмәләр!

 Бухгалтер-ревизор булып эшләгән Людмила Милимулина ҡасан да  булһа ошондай шөғөлгә тотонормон тип башына ла килтермәгән.

Бынан 18 йыл элек ике балаһы менән ҡояшлы Үзбәкстандан Ҡырым ауылында йәшәгән туғаны эргәһенә күсеп ҡайта. Ә ете йыл элек Ниғмәтулла ауылында һатыусы булып эш башлай. Кискеһен ниндәйҙер мауыҡтырғыс хобби менән шөғөлләнгеһе килә, тәүҙә балсыҡтан әүәләп һындар эшләһә, аҙаҡ һабындан сәскәләр “үҫтереү”гә тотона.

Интернетта оҫталыҡ дәрестәре менән таныша, ә 8 Март байрамына тәүге гөлләмәләре әҙер була.

”Был эшкә Ниғмәтулла ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Гөлназ Сәлимова этәрҙе, уның менән һабын етештереү, һабын сәскәләр эшләү буйынса уҡыусылар араһында оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек”, – ти оҫта.

Ул үҙенең шөғөлө тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Уның һоҡланғыс сәскәләр коллекцияһын  ысын тип торорһоң! Людмила Николаевна аллы-гөллө сәскәләрҙе бөтә күңелен һалып, яратып эшләй, таныштарына бүләк итә, тип яҙа “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите.

Ирина Дериволкова фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас